Сибай баҡыр ятҡылыҡтарын кемдәр асҡан?
РСФСР Юғары Советы Президиумының 1955 йылдың 21 ноябрҙәге Указы менән Сибай эшселәр ҡасабаһына республика ( БАССР) әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. Тимәк, быйыл беҙҙең ҡалабыҙға 70 йәш тула.
Сибай ҡалаһы үҙенең барлыҡҡа килеүе менән Иҫке Сибай һәм Яңы Сибай баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарына бурыслы. Шулай ҙа, төп темаға күсер алдынан, тарихҡа ла бер аҙ күҙ һалып китәйек.
Ирәндек тауҙары биләмәһендә кешеләрҙең борон-борондан йәшәгәне тарихҡа билдәле. Неолит һәм иртә бронза дәүерҙәрендә – беҙҙең эраға тиклемге III быуат аҙағы-II быуат осоро – был ерҙәрҙә сарматтар йәшәгән. Һуңыраҡ (VIII-IX быуаттарҙа) был урындарҙы башҡорттар үҙ иткән.
Беҙҙең ҡала ошо ерҙәр тарихына ҙур өлөш индергән кеше исеме менән атап йөрөтөлә. Сибай – Бөрйән ырыуына нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Атайсалдың туранан-тура етенсе быуын нәҫеле.
Атайсалдың биләмәһе бик киң булып, хәҙерге Күгәрсен районынан башлап Урал аръяғы далаларына тиклем ерҙәрҙе алып торған. Ырыуҙарының төп ауылы Саньяп тирәһенә ситтән күсеп килгән халыҡтар килеп урынлаша башлағас, 1663 йылда, Сибай, бүтән община етәкселәре Айсыуаҡ, Байдәүләт һәм Биктимер менән һөйләшеп, ғаиләләре менән Урал аръяғына – Ирәндектең көнсығыш битләүенә күсеп килгәндәр һәм, һыуға, йылғаларға бай көтөүлектәргә ҡыҙығып, Ҡарамалы йылғаһы буйында Сибай – Атайсал ауылына нигеҙ һалғандар, тип яҙалар тарихсылар. 1718 йылдан алып 1887 йылға тиклемге ревизия китаптарына ул шул исемдә инеп ҡалған. 1844-1848 йылдарҙа бер нисә ғаилә, Сибай ауылынан күсеп сығып, Ҡарағайлы йылғаһы буйлап ете саҡырым самаһы түбәндәрәк яңы ауыл булып ултыралар. Шунан алып, был ауылдарҙы бутамаҫ өсөн, өҫкөһөн – Иҫке, түбәндәгеһен – Яңы Сибай тип йөрөтә башлайҙар. 1859 йылғы ревизия ҡағыҙҙарында Яңы Сибайҙа 44 ир һәм 44 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, тип күрһәтелгән.
1939 йылдан Яңы Сибай ауылы Сибай ҡасабаһы булып китә. 1955 йылдан – Сибай ҡалаһы.
Иҫке Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы 1913 йылда урындағы руда таныусы башҡорттар ярҙамында асыла.
Был турала күп легендалар йөрөй. Шуларҙың береһе, ысынбарлыҡҡа ныҡ яҡын булғаны тураһында яҙып үтмәксе булам.
Сибай ҡалаһының «Атайсал»гәзите редакцияһында журналист Ә. Арғынбаевтың «Сибай рудаһы ҡасан табылған?» исемле мәҡәләһе һаҡлана. 1963 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫылған (ҡыҙғанысҡа ҡаршы гәзиттең һанын, баҫылған көнөн һәм айын билдәләү мөмкин түгел) эшендә автор беҙҙең генә түгел, тарихсылар иғтибарына лайыҡлы бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә. «Бынан илле йыл элек хәҙерге Сибай ҡалаһының ултырған урыны ҡылғанлы ялан ине,- тип яҙа Арғынбаев.- Көҙ етеп, беренсе ҡырпаҡ ҡар яуыу менән һунарсылар Ирәндек типһенендәге аҫ, көҙән, ҡуян һәм төлкөгә һунар башлай торғайны”.
…Шундай тәүге ҡырпаҡ ҡар ергә ятыу менән Бәләкәй Сибай ауылының (Яңы Сибай тип аңларға кәрәктер – Ф.Ә.) йәш һунарсыһы Әбүбәкер, йүгерек атына атланып, биленә кәйлә, көрәген ҡыҫтырып, ике этен эйәртеп, туғай буйына һунарға китә. Ауылдан бер аҙ китеү менән ул ҡар өҫтөндәге аҫ эҙенә тап була. Күп тә үтмәй, эҙҙәр ерҙәге өңгә инеп юғала.
Һунарсы кәйләһе менән яңы туңа ғына башлаған ерҙе ҡаҙырға тотона. Ярты метр самаһы ҡаҙғас, аҫ ялп итеп өҫкә ырғып сыға һәм ҡасмаҡсы була. Ләкин эргәлә торған эттәр аҫты икенсе өңгә үткәрмәй. Беренсе табыш эйәргә тағыла.
Икенсе аҫтың өңө тәрәнерәк була, ләкин уныһы ла ҡасып ҡотола алмай. Һунарсы бер нисә аҫ һәм ҡуянды эйәренә аҫып, атына атлана. Шунда уның иғтибарын аҫ өңдәрен ҡаҙғанда өҫкә сығарған ҡыҙыл балсыҡлы таштарҙың йымылдауы йәлеп итә. Һунарсы, атынан төшөп, ҡыҙғылт – һары таштарҙы ҡулына ала, ә улар ҡулын буяй. «Бәлки был балсыҡлы таш тирмә кәртәһен буярға эшкинер?»- тип ул бер нисә ташты тоғона һалып өйөнә алып ҡайта.
Алып ҡайтҡан был таштарға артыҡ иғтибар булмай, улар ҡыш буйы ишек алдында ята. Яҙ үтеп, йәй етә. Һунарсының атаһы Әмир ҡарт тышҡа сыҡҡан һайын ҡояш нурҙарында йымылдашып ятҡан был таштарҙа берәр сер юҡ микән тип уйлана башлай. Йәкшәмбе көндө Баймаҡ баҙарына барышлай ул өс-дүрт киҫәк ташты үҙе менән алып китә һәм Баймаҡ баҡыр иретеү заводы идарасыһы Кабановҡа алып барып бирә. Бер нисә көндән һуң, пар ат егеп, управляющий үҙе Бәләкәй Сибайға килеп төшә. Әмир ҡарт был таштарҙы улының табыуын әйтә, ә Әбүбәкер ағай аҫ аулаған ерҙәрен күрһәтә. Кабанов иһә, пробаға тағын бер тоҡ таш тейәп, ашығыс рәүештә ҡайтып китә.
Бер нисә көндән, Баймаҡ геологтары килеп, өңдәр урынында шурфтар ҡаҙырға тотона. Ахыр шахта барлыҡҡа килә. Көҙгә табан 50-70 метр тәрәнлектән баҡыр колчеданы рудаһы сығарыла башлаған.
Был ваҡиға 1913 йылда була. Сибай шахталарының боронғо забойщигы, хәҙерге хеҙмәт ветераны, Иҫке Сибай ауылы кешеһе Хәйбулла ағай Хөсәиновтың һөйләүе буйынса, руда өлгөләрен Баймаҡҡа алып барып күрһәткәне өсөн завод управляющийы Кабанов Әмир Хоҙаәбирҙингә 13 һум аҡса, бер нисә әсмүхә сәй һәм шәкәр бүләк иткән. Ә аҫ өңөнән беренсе булып тирмә буярға тип өлгө алып ҡайтҡан улы Әбүбәкер бөтөнләй онотолған. Күп тә үтмәй, Әбүбәкер беренсе донъя һуғышына алынған һәм 1918 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡан.
…Сибай рудаһын беренсе булып үҙ ҡулдарында тотоп ҡараған һунарсы Әбүбәкер ағай Хоҙайбирҙин күп йылдар Баҡыр-Үҙәк һәм Сибай рудниктарында эшләне. Шунан, улдарын һәм ҡыҙҙарын үҙ урынында ҡалдырып,хаҡлы ялға сыҡты. Уға 75 йәш. Улдарының береһе, коммунист Усман Хоҙайбирҙин Сибай ҡала Советы депутаты һәм Сибай руднигының алдынғы экскаватор машинисы».
Мәҡәлә аҫтына геология-минералогия фәндәре кандидаты, хәҙер инде мәрхүм Миңләхмәт Моталов ( ул Рәсәй Тау фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы ла ине): «Был мәсьәлә бик ҡыҙыҡлы. Быға тиклем бөтә официаль документтарҙа бай баҡыр колчеданы ятҡылығын Англияның акционерҙар йәмғиәте асҡан, тип йөрөтөлә ине. Баҡһаң, уны асыусы Әбүбәкер Хоҙайбирҙин икән»,- тип өҫтәгән.
Шулай итеп, Иҫке Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асыусы итеп, һис бер бәхәсһеҙ, аталы-уллы Әмир менән Әбүбәкер Хоҙайбирҙиндар иҫәпләнә. Быны Кабанов та таныған, тирә яҡта йәшәгән халыҡ та шулай ти. Әлбиттә, был ятҡылыҡты шурф разведкаһы барышында Е.Н. Попов менән уның иптәше Ш.Г. Шафеев асҡан, тигән яҙмалар ҙа осрап ҡуя. Уйлап ҡараһаң, улар бит Ә. Хоҙайбирҙин төртөп күрһәткән ерҙә руда барлығын йәки юҡлығын асыҡлаусы тау эшселәре генә.
Әйткәндәй, башҡорттар араһында элек тау тоҡомдарын иҫ киткес яҡшы белгән кешеләр булған. Ғәҙелша ауылы кешеләре, элек беҙҙең ата – бабалар алтынды ер өҫтөндә үҫкән үҫемлектәргә ҡарап билдәләгән, ти торғайнылар. Алтын промышленнигы Рәмиев, приискыларына сыҡҡанда, шундай оҫталарҙың береһен гел үҙе менән бергә алып йөрөгән. Приискҡа килеп төшөү менән был алтын йыуған урындарҙы өйрәнергә сығып китә икән, үҫемлектәргә ҡарап, алтын күберәк ятҡан урындарҙы билдәләгән. Әйтеүҙәренсә, ул бер ҙә яңылышмаған.
Иҫке Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы янында ғына ятҡан яңы полиметалл рудаһы ятҡылығын асыу Сибай эшселәр ҡасабаһы һәм халҡы яҙмышын тамырынан үҙгәртеп ҡороуға сәбәп биргән бәхетле осраҡ була. Һуңынан асыҡланыуынса, был ятҡылыҡ Уралдағы ятҡылыҡтарҙың иң ҙуры һәм перспективалыһы булып сыға. Күп һанлы официаль сығанаҡтарҙа Яңы Сибай ятҡылығын беренсе булып асыусылар исемлегенә коллектор И.Ф. Мотаев, геолог Ф.И Ковалев һәм геофизик С.А.Петропавловскийҙы индерәләр.
Иҫке Сибай ятҡылығы асылғас, Сибайға иң тәүҙә геологтар килә. 1936 йылда Иҫке Сибай ятҡылығының айырыуса бай бер өлөшөн эшкәртеү маҡсатында «Башзолото» тресы проекты буйынса 30 метр тәрәнлегендәге капиталь шахтаға нигеҙ һалына. Был шахтаны геологик яҡтан документлаштырыу эше Баҡырүҙәк һәм Сибай рудниктарының геология разведкаһында алты йыл коллектор ( геолог ярҙамсыһы) һәм өлкән коллектор булып эшләгән Исхаҡ Фәләх улы Мотаевҡа ышанып тапшырыла. Белгестәр үҙҙәренең отчетында был районда эште туҡтатып, эҙләнеү эштәрен төньяҡтараҡ дауам итергә кәңәш бирә. Шахтаның ауыҙынан һуңғы забойына тиклем документлаштырып барған йәш геолог был фекер менән килешмәй. Руда үҙен бик сәйер тота: йә бәләкәй генә линзанан ҡапыл бер нисә тиҫтә метр киңлегендәге ҡеүәтле есемгә әүерелә, йә, шынаға әйләнеп, бөтөнләй юҡ була. Бындай күренеш бер тапҡыр ғына түгел, бик йыш ҡабатлана. Етмәһә, ятҡылыҡ һаман да тулыһынса контурланмаған ( сиктәре билдәләнмәгән). Тимәк, ул дөрөҫ булмаған ҡатмарлы конфигурациялы есем. Артабан үҙен нисек тотоуын күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Исхаҡ штректарҙы проходкалауҙы дауам итергә кәрәклеген белдерә, ләкин таусылар, ятҡылыҡты эшкәртеү проектының ҡәтғилегенә һылтанып, уның тәҡдимен иғтибарһыҙ ҡалдыра.
Иҫке Сибай ятҡылығының йәнлек өңө тирәһендә табылған көрән тимер рудаһы һыныҡтары буйынса асылғанын белгән Исхаҡ Мотаев был өмөтлө билдәне ер өҫтөндә эҙләй башлай.
Һуғыш алдынан Сибайҙа торлаҡ мәсьәләһе бик ҡырҡыу тора. Таусылар буш ваҡыттарында үҙҙәренә йәшәр өсөн урын йүнләй: кемдер землянка өсөн соҡор, өй нигеҙе урынын, икенселәр мөгәрәп, ҡоҙоҡ ҡаҙа. Исхаҡ бушлай башҡарылған был «тау эштәре»нең береһен дә күҙҙән яҙҙырмай, соҡор, ҡоҙоҡ, мөгәрәптәргә ентекләп документ төҙөй башлай. Көсө әрәмгә китмәй: бер ҡоҙоҡто ҡаҙғанда сығарылған балсыҡ араһында бик күп көрән тимер рудаһы һыныҡтарын күреп ҡала. Шунда уҡ, оҙаҡҡа һуҙмай,анализ өсөн проба һайлап ала. Анализ һәр тонна тау тоҡомонда 840 миллиграмм алтын, 82 грамм көмөш һәм 0,23 процент баҡыр булыуын күрһәтә. Йәш геолог өсөн бик әһәмиәтле был ҡоҙоҡто Чапаев урамының көньяҡ осонда Павел Филипович Буланов ҡаҙған була.
Үҙ асышы менән ҡанатланған Мотаев был турала рудниктың техник етәксеһе Буталовҡа еткерергә ашыға, ләкин Буталов, ҡоҙоҡто тәрәнәйтеү өсөн аҡса юҡлығына һылтанып, ҡул ғына һелтәй. Ул осорҙа Сибайҙың үҙендә геология – разведка ойошмаһы булмай, шуға күрә яңы ятҡылыҡ асыусыға табыш урынында разведка үткәреүҙе һорап Байҡара прииск идаралығының баш геологы А. Г . Беликовҡа мөрәжәғәт итергә тура килә. Ләкин юғары дәрәжәгә эйә белгес был көрән тимер рудаһы һыныҡтары ул ергә ниндәйҙер икенсе юл менән, мәҫәлән, Иҫке Сибай ятҡылығынан килеп эләгеүе мөмкин, тип иҫәпләй һәм Мотаевтың белдереүен иғтибарһыҙ ҡалдыра.
Ике йылдан һуң арыу – талыуҙы белмәгән разведчик элекке табышы урынынан 200-300 метр ситтәрәк, Баймаҡ руда идаралығы контораһы нигеҙе өсөн ҡаҙылған соҡорҙа, тағы ла шундай уҡ көрән тимер рудаһы һыныҡтарына тап була. Был урындан алынған пробалар ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Был юлы ул үҙенең табыштары тураһында Сибай руднигы биләмәһен геология йәһәтенән төшөрөп алырға килгән Мәскәү геологы Ф.И. Ковалевҡа һөйләй һәм үҙе йыйып алған өлгөләрҙе күрһәтә. Мәскәү геологын был бик ҡыҙыҡһындыра. Һуңыраҡ Ковалев үҙе лә Иҫке Сибай ятҡылығынан бер километр көньяҡтараҡ, Хоҙайбирҙин урамында йәшәгән забой эшсеһе Зәйнулла Ғөбәйҙуллин ҡоҙоғонан сыҡҡан балсыҡ араһынан шундай уҡ көрән руда эҙенә юлыға.
Ковалевтың абруйы Сибайҙа һәм яҡын тирәлә геология – разведка эшенә ҡарашты ҡырҡа үҙгәртергә ярҙам итә. Уның инициативаһы менән Баймаҡ руда идаралығы директоры һәм Баймаҡ геология – разведка партияһы начальнигы исеменә көрән тимер рудаһы табылған райондарҙа төҙөлөштө кисекмәҫтән туҡтатыу һәм ҙур күләмле геология – разведка эшен башлап ебәреү кәрәклеге тураһында доклад – яҙыу тапшырыла. Был урынды тикшереү өсөн Баҡыр – Үҙәк руднигынан С.А. Петропавловский етәкселегендәге геофизика партияһы саҡыртылып килтерелә.
С.А. Петропавловский Сибайға 1939 йылдың сентябрендә килә. Ковалев менән Мотаев уны үҙҙәренең табыштары һәм уй – фекерҙәре менән таныштыра. Актив эҙләнеү эштәрен йәйелдереп ебәргән геофизиктар ер аҫтында иҫ киткес запасы булған руда ятҡылығы барлығын дәлилләүсе көслө аномалияға юлыға.
Киләһе йылына механик ысул менән бырауланған 94-се скважина 8 метрҙан алып 176 метр тәрәнлегендәге арала ҡеүәтле колчедан рудаһы ятҡанлығын раҫлай. Яңы асылған Уралдағы иң бай баҡыр колчеданы ятҡылығы Яңы Сибай ятҡылығы атамаһын ала. Илдең Төҫлө металлургия министры приказы менән башлап асыусылар ҙур күләмдәге аҡсалата премия менән бүләкләнә. Ләкин ул исемлектә Исхаҡ Мотаев булмай.
Был турала Рәсәй Тау фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы Миңләхмәт Моталов түбәндәгеләрҙе яҙа.
«Элекке СССР Төҫлө металлургия министрлығы геология идаралығының Яңы Сибай ятҡылығын башлап асыусылар тураһында мәсьәлә ҡаралған кәңәшмәһе документтарында Ф.И. Ковалев һәм С.А. Петропавловский ғына телгә алынған. И. Ф. Мотаевтың ҡатнашыуы хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Ул заманда бындай күңелһеҙ хәлдәр йыш ҡына осрап торған. Һәр тармаҡтың ябай хеҙмәткәренә үҙенең башлап асыусы икәнен иҫбатлау ғәмәлдә мөмкин булмаған. И.Ф. Мотаевтың юғары инстанцияларға ныҡышмал яҙып та һөҙөмтәгә ирешә алмауы – ошоноң асыҡ дәлиле. 1949 йылдың ғинуарында СССР Металлургия сәнәғәте министрлығы Ф.И. Ковалев, С.А. Петропавловский һәм К.Д. Субботинды ( разведканың техник етәксеһе), 1948 йылдың декабрендә СССР Фәндәр Академияһының Урал бүлексәһе С.Н. Иванов, К.П. Коршунов, М.И. Меркуловты Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асҡан өсөн Дәүләт премияһына тәҡдим итә».
Ҡыуанысҡа, хәҡиҡәт өсөн көрәштә Исхаҡ Мотаев бер үҙе булмай. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асыу ваҡиғаһын тикшереүсе архив хеҙмәткәре Х.Р. Еникеев һәм «Башкиргеология» производство берекмәһендәге коллегалары был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең иғтибарын түбәндәгегә йүнәлтә. «Яңы Сибай ятҡылығын асыу менән бәйле ваҡиғаларҙы ҡарағанда бер мөһим хәлде – Яңы Сибай ятҡылығы өҫтөндә рудник ҡасабаһы төҙөлөп ятыуын күҙ уңында тоторға кәрәк. И.Ф. Мотаевтың 1937 һәм 1939 йылдарҙа ҡоҙоҡтан тапҡан тәүге көрән тимер мәғдәне ул саҡта уҡ билдәле Иҫке Сибай ятҡылығындағы өйөмдән килеп эләккән тип ҡабул ителгән. Ул ныҡышмалыраҡ булмаһа, хәҙерге көндәге Сибай ятҡылығы кеүек эре сәнәғәт объектын асыу оҙаҡ ваҡытҡа тотҡарланыр ине. Бөтә Союз минерал сеймал институты геологы Ф.И. Ковалевтың 1939 йылда көрән тимер рудаһы табылған урындарҙа тикшереүҙәр үткәрергә тәҡдим итеүе, унан һуң бында ҡеүәтле сульфидлы руда ятҡылығы асылыуы, һис шикһеҙ, ваҡиғалар барышын тиҙләткән».
Ҡырҡынсы йылдарҙа Яңы Сибай участкаһында разведканың техник етәксеһе булған СССР Фәндәр Академияһының мөхбир – ағзаһы, профессор С.Н. Ивановтың башлап асыусылар эше буйынса комиссия исеменә ебәргән белешмәһендә лә ошо хаҡта әйтелә: «И.Ф. Мотаевтың 1937 йылда Иҫке Сибай участкаһынан көньяҡта көрән тимер рудаһын табыуы раҫлана».
Артабан Святослав Нестерович, көрән тимер руда сыҡҡан ҡоҙоҡ тураһында документ И.Ф. Мотаев тарафынан төҙөлгән һәм пробалар химик анализға тапшырылған, тип билдәләй. Был химик анализдар колчедан ятҡылыҡтарына хас баҡыр, алтын һәм башҡа элементтарҙың булыуын күрһәткән. «Ләкин,- ти С.И. Иванов,- ул ваҡытта эҙләү – разведкалау эшен алып барған ойошмалар («Башзолото», «Башмедькомбинат») көрән тимер һыныҡтары уғаса билдәле булған Иҫке Сибай участкаһынан килеп юлыҡҡан тип иҫәпләп, был мөһим мәғлүмәттәргә әһәмиәт бирелмәгән».
Башлап асыусылар эше буйынса комиссияға ингән Башҡортостан вәкилдәренә ҡарата ла ғәҙел баһа бирергә кәрәк.Улар 1967 йылдың 5 сентябрендәге 6-сы протоколға былай тип яҙған: «Яңы Сибай ятҡылығын асыусыларҙы мәңге иҫтә ҡалдырыу маҡсатында СССР Геология министрлығына ебәрелгән исемлеккә комиссия И.Ф. Мотаевтың фамилияһын беренсе итеп ҡуйҙы».
Ниһайәт, ғәҙеллек өҫкә сыға. 1969 йылдың апрелендә Исхаҡ Фәләх улы Мотаевҡа «Ятҡылыҡты башлап асыусы»дипломы һәм билдәһе тапшырыла.
И.Ф. Мотаев – республиканың геология хеҙмәте ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Яҡташтары алдындағы хеҙмәте өсөн уға ҡалала иң беренсе булып «Сибай ҡалаһының почетлы гражданы»исеме бирелә. И.Ф. Мотаев Хәйбулла районындағы «Маҡан», «Юбилей» ятҡылыҡтарын, шулай уҡ «Шырдан» кварцит ятҡылығын асыуға ла ҙур өлөш индерҙе.
Ветеран утыҙ йыл элек – ҡаланың 40 йыллыҡ юбилейын байрам итергә бер нисә көн ҡалғас – донъя ҡуйҙы.
Талантлы геолог, хеҙмәт һәм һуғыш ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ( ике тапҡыр), Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, «Георгий Жуков», «Маҡтаулы хәрби хеҙмәте өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Праганы азат иткән өсөн»миҙалдары менән наградланған Мотаев Исхаҡ Фәләх улы хаҡындағы иҫтәлек яҡташтары күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Фәрит Әхмәров, хаҡлы ялдағы тау инженеры.
Сибай ҡалаһы.
Телефон: 8-927-949-45-43.
Һүрәттәрҙә: 1.Сибай карьеры. Европала иң тәрән карьерҙарҙың береһе. Уның тәрәнлеге 501 метр.
2-3.Яңы Сибай ятҡылығын асыусы Исхаҡ Фәләх улы Мотаев (15.04.1914-15.08.1995).