Сибай тигән ҡала йәйелеп ята
10.03.2023
Сибай тигән ҡала йәйелеп ята,
Ултырған да ере баҡырҙыр.
Фатимаһын һағынып йырҙар яҙған,
Шаһиәхмәт Сибай контондыр.
Сибай тигән ерҙә байлыҡ күптер,
Байлыҡтары ҡайҙа китәлер.
Сибайында тыуып, буй еткергән,
Аҫыл ирҙәр ситкә китәлер.
Байлыҡ эҙләп ир-ат себер китә,
Һаулыҡтарын биреп алмашҡа.
Атайсалын һағынып ҡайта улар,
Сит ерҙәрҙә ятып ҡалмаҫҡа.
Урал аръяғында ҡала балҡый,
Өмөт биреп килер быуынға.
Үҙ ерендә, үҙ бәхетен табып,
Ирешһендәр ине моратҡа.
Фәрҙиә Юнысова