СИБАЙЫМ
13.03.2023
Насип Һаҡмаров һүҙҙәре
Азат Исҡужин музыкаһы
Әллә ҡайҙан ҡаршы ала
Ихлас ҡалам – Сибайым.
Берсә балҡып янған йондоҙ,
Йә ҡояшым, йә айым.
Ҡушымта:
Йыл үҫәһен ай үҫәһең
Йәшәрәһең көн һайын.
Мәңге шулай балҡып йәшә,
Изге ҡалам – Сибайым.
Йәшел бишектә тирбәлә,
Сибай – йәшлек ҡалаһы.
Эшһөйәр саф халҡың менән
Киләсәгең даланлы.
Ныҡ тораһың тыуған ерҙә,
Нигеҙең саф баҡырҙан.
Сит яҡтарға сығып китһәм,
Гелән һиңә ашҡынам.