СИБАЙЫМ
13.03.2023
Лилиә Һаҡмар һүҙҙәре
Гөлдәр Ишҡыуатова көйө
Йыл үтәһен көн үтәһең
Әйләнеп ерем күсәрен,
Йырлы ҡалам, нурлы Сибайым,
Маҡтау йырына бар хаҡың,
Дан ҡаҙана эшсән халҡың –
Һиңә арнап йырым йырлайым.
Ҡушымта:
Төйәләҫ буйында ҡоштар һайрай,
Мин дә ҡушылып йырлайым.
Йөрәгемдә һинең моңоң сыңлай,
Атайсалым, Сибайым!
Бар көкөрт, баҡырҙары ла.
Һылыуҙар, батырҙары ла…
Ырыҫлы, бай тыуған еремдә
Йондоҙҙарҙы көнләштереп,
Ғашиҡтарҙы серләштереп,
Төнгө уттар балҡый иңеңдә.
Ҡушымта шул уҡ.