6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Сибайым 

19.03.2023

Тыуған ерем Сибайым,

Һинһеҙ йәшәй алмайым.

Ҡайҙа барһам һағынып ҡайтам,

Нурлы, йәмле Сибайым!

Уралымдың бер йәме һин,

Тыуған ҡалам, Сибайым!

Республикам хазинаһы,

Һине данлай ҡурайым!

Урамдарың аллы – гөллө,

Сәскә ат һин, Сибайым!

Мәңге йәш бул, матур ҡалам,

Йәнтөйәгем, Сибайым!

Башҡортостан терәге һин,

Батырҙарҙың төйәге!

Мәңге йәшә, бөйөк ҡалам-

Уралымдың йөрәге!

Тыуған ерем, Атайсалым,

Рухлы миңең  Сибайым!

Ҡыйыу, эшсән халҡың менән,

Ғорурланам Сибайым!

Тыуған яғым мөғжизәһен

Данлайыҡ һәм һаҡлайыҡ!

Бөтә килгән афәттәрҙән

Сибайымды яҡлайыҡ!

Алтынға бай, көмөшкә бай,

Затлы, данлы ул Сибай!

Тыуған көнөң менән, Сибай,

Гөрләп йәшә, гел шулай!

Мәрйәм Хәсәнова