Һаумыһығыҙ, тием туған халҡым!
12.05.2025
Һаумыһығыҙ, тием туған халҡым,
Сәләм һеҙгә моңдар иленән!
Болоттарға ашҡан Ирәндектән,
Талантҡа бай Сибай еренән!
Алып килдек һеҙгә суҡ сәләмдәр
Сал даланың ҡырыҫ еленән.
Алтын алҡа таҡҡан ҡайындарҙан,
Моңға тулы ҡоштар теленән!
Сәләм һеҙгә Сибай нәҫеленән,
Буранбайҙар тыуған яҡтарҙан.
Башҡортомдоң мәшһүр ҡурайынан,
Тальян моңон һаҡлар тауҙарҙан!
Һаумыһығыҙ, тибеҙ, коллегалар,
Хәйерлегә булһын күрешеү!
Насип булһын беҙгә йыр-моң аша
Тәжрибәләр менән бүлешеү!
Сабырлыҡтың төбө – һары алтын,
Бирешмәйек ауырлыҡтарға!
Ҡулды-ҡулға тотоп, милләт рухын
Яҙһын гелән бергә һаҡларға!
Алданмайыҡ ваҡытлыса данға,
Ҡыҙыҡмайыҡ ебәк-ялтырға.
Рухи хазинабыҙ ярҙам итһен
Милләт ҡото булып балҡырға!
Мотал Рәмов