Атайсалым – Сибайым
12.05.2025
Ирәндеккәйемдең көн битләүен
Ҡамап алған моңһоу далалар.
Шул далала ғорур сал бөркөттәй
Ҡанат йәйеп ятҡан ҡала бар.
Атайсалым – алсаҡ Сибайым,
Аҡ яҙмышым – сыуаҡ Сибайым,
Саң – саң иткән бөркөт – Сибайым,
Алтын ғына бишек – Сибайым!
Табынып та һиңә йырлайым.
Төйәләҫтән мәллә моңдар алдың,
Ирәндектән мәллә нур алдың?
Һин балҡыйһың, Сибай, аҫыл таштай,
Күрке булып Көньяҡ Уралдың.
Әмир Моратов