Сибайым һин, гүзәл Сибайым
12.05.2025
Тау – ташыңа, һәр бер балҡышыңа
Ғашиҡ булғанғалыр, моғайын,
Ете төндә татлы төштәремә
Килеп керәһең һин, Сибайым!
Аҡыҡтай аҡ бәхет юрайым!
Ирәндеккәй һиңә һөйөп баға,
Гөл –сәскәләр һуҙа туғайың,
Әйтерһең дә, тылсым көсөң менән
Йәнде арбайһың һин, Сибайым!
Сибай һин, гүзәл Сибайым,
Аҡыҡтай аҡ бәхет юрайым!
Ситкә китһәм, йөрәккәйем һулҡып,
Һағыштарға саҡ – саҡ сыҙайым.
Һин – ҡиблам, һин – иманлы ҡалам,
Һин – йән алмам, ғәзиз Сибайым.
Сибайым һин, гүзәл Сибайым,
Аҡыҡтай аҡ бәхет юрайым!
Яҙмышыңа мин битараф түгел,
Асырғанып һине уйлайым.
Үҙең эҙләп тапҡан мәғдәндәрҙең
Изгелеген күр һин, Сибайым!
Сибайым һин, гүзәл Сибайым,
Аҡыҡтай аҡ бәхет юрайым!
Абдулхаҡ Игебаев