6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Сибай вальсы

12.05.2025

Сал даланың күкрәгенән

Ҡалҡып сыҡтың, нурлы Сибай,

Ҡалалар күп ер йөҙөндә,

Үҙ күркең бар һинең, Сибай.

 

Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,

Онотолмай нурлы Сибай.

Көндән – көнгә үрҙәр яулап,

Шаулап – гөрләп йәшә, Сибай!

 

Тау йөрәген йыртып асҡан

Алтын ҡуллы эшсән Сибай,

Үрҙәр даулай, еңеү яулай

Хеҙмәт дәрте һүнмәҫ Сибай.

 

Айлап түгел, көнләп үҫә

Бейек йортло урамдарың,

Гөлгә биҙәй, данға күмә

Ҡыҙҙарың һәм уландарың.

Зөһрә Фәйзуллина