6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Йәшә, гөрлә, минең йәш ҡалам!

12.05.2025

Киң далаға һипкән ҡуҙҙармы ни –

Емелдәшә Сибай уттары.

Аҡ йондоҙҙар менән күҙ ҡыҫышып,

Серләшәләр ҡалам йорттары.

 

Ныҡлы аяҡ баҫып далаһына,

Ҡарт Уралға терәп иңдәрен,

Үҫә Сибай, матурлана һаман,

Халҡы эшләй, төрөп еңдәрен.

 

Ғорурлығы күкһел Ирәндектең,

Төйәләҫтең тилбер ағышы,

Бар байлығын услап һонған карьер –

Сибайымдың күңел аҙығы.

 

Сал тарихтың олпат ағышында

Һинең ғүмер – бары бер туҙан.

Ләкин шул йылдарҙың һәр береһе

Ғәмле, сәмлехеҙмәттә уҙған.

 

Алыҫтарға юлдар алып китһә,

Сибайымды һағынып мин ҡайтам.

Күңелебеҙ үҫкән алтын бишек –

Йәшә, гөрлә, минең, йәш ҡалам!

                                  Инга Илембетова