6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Байрам менән һине, ҡалам!

28.05.2025

Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре, Илшат Яхин көйө

1.Сал ҡылғандар  бәүеләләр

Саҡыра ихлас дала.

Күк Ирәндек итәгендә

Балҡыны нурлы ҡала.

Сибайымдай    гүзәл ҡала

Берәү генә донъяла.

Ҡушымта:

Байрам менән һине

Гүзәл  тыуған ҡалам.

Иң изге теләктәр

Һиңә теләп ҡалам

Сибайым, Сибайым

Мәңге балҡып йәшә!

Сибайым дан ҡала

Байрам менән, ҡалам!

  1. Эй, Ожмах баҡсаһы ҡалам

Йыр моңдарҙан нурлана.

Гөл -сәскәләргә күмелә,

Көндән- көн матурлана.

Даның алыҫҡа тарала

Сибайым- тыуған ҡалам.

Байрам менән һине

Гүзәл  тыуған ҡалам.

Иң изге теләктәр

Һиңә теләп ҡалам

Сибайым, Сибайым

Мәңге балҡып йәшә!

Сибайым дан ҡала

Байрам менән, ҡалам!