Нурлы ҡала
03.07.2025
Мотал Рәмов
Йәшлек дәртен, илһам сығанағын
Күңелдәргә бирер ер ҡайҙа?
Тип һораһа берәү, шикләнмәйсә
Әйтер инем – ул ер Сибайҙа.
Урал аръяғының баш ҡалаһы,
Нурлы, моңло ҡала, эх, Сибай.
Ҡунаҡсыл да, йомарт, итәғәтле,
Килгән – киткәндәргә йөҙ сирмай.
Йыллап, айлап түгел, көнләп үҫә,
Матурлана гүзәл йәш ҡала.
Бәхет эҙләп сыҡҡан йәш – елкенсәк
Шул ҡалаға хәҙер баш һала.
Башҡортостанымдың уң ҡулында
Алтын йөҙөк булһа Ирәндек.
Бар йыһанды сорнар нур бирерлек
Сибайҡайым гәүһәр ҡаш ҡаш кеүек.