Сибай сәғәтенең сыңдары
03.07.2025
Әмир Моратов
Сыңяһауҙай ғына бер ҡала-
Сәңгелдәктә ятҡан ир бала.
Уяна ла, ана, йылмая.
Сибай сәғәттәре сыңлаһа.
Йылмайып та тыуған таңдары,
Баҙрап торған аҡ йондоҙҙары,
Салт ҡояштыңсағыу нурҙары –
Сибай сәғәтенең сыңдары.
Төйәләҫтең шым тулҡындары,
Талдары, моңһоу муйылдары.
Үҙәкте өҙөр былбылдары –
Сибай сәғәтенең сыңдары.
Әсәйҙәрҙең наҙлы йырҙары,
Һөйгәндәрҙең татлы тындары.
Сабый саҡтың гөрлө йылдары –
Сибай сәғәтенең сыңдары,
Сибай сәғәтенең моңдары.