Сал далала үҫкән ҡала
03.07.2025
Тимерғәле Бүләков
Ирәндеккә менеп күҙ һалһаңсы,
Яуын ала күҙҙең йәш ҡала.
Алыҫ быуаттарҙан байҡаһаңсы,
Был урында булған сал дала.
Сал далала әйҙәп мал үрсеткән,
Ата – бабаң ҡола яланда.
Ҡурай уйнап, йырлап ҡымыҙ эскән,
Йәйләүҙәргә сыҡҡан сағында.
Моңло бит ул “Сибай” һәм “Буранбай”,
Оҙон һуҙып ихлас йырлаһаң.
Эшең уңа, эсең бошмай,
Күңел биреп, ихлас тыңлаһаң.
Мотаев асҡан баҡыр ятҡылығын,
Бына ошо ҡола яланда.
Доға ҡылып һалған нигеҙ ташын
Беҙ йәшәгән гүзәл ҡалаға.
Ярты быуат элек эш башлана,
Тимер юлы килгәс ҡалаға.
Бына инде тиҙҙән 55 тула,
Тиңдәш бала менән Сибайға.