ӘМИНӘ ЯХИНА
Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина 1953 йылдың 1 ғинуарында Баймаҡ районының Темәс ауылында донъяға килә. Баймаҡ интернат мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө нефть институтының технология факультетында уҡый. Стәрлетамаҡ ҡалаһының химия заводына (хәҙер «Каустик») йүнәлтмә буйынса эшкә бара, унда инженер булып эш башлай. 1979 йылда ғаилә хәле буйынса Баймаҡ ҡалаһына күсә. Йорт идаралығында баш инженер, ике йылдан был ойошманың начальнигы вазифаһын башҡара. 2003 йылда Сибай ҡалаһында «УРАЛСИБ» страховкалау төркөмө етәксеһе булып эшләй. 2010 йылда «Сулпан ” балалар театрына эшкә килә. 2013-2016 йылдарҙа Сибай яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары, 2016-2018 йылдарҙа А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе булып хеҙмәт юлын дауам итә. Әлеге ваҡытта йәмәғәт башланғысында Сибай яҙыусылар ойошмаһын етәкләй. Ижадҡа килгәндә, 45 йәшендә “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” пьесаһын яҙып, ул 2000 йылда Сибай башҡорт дәүләт театрында донъя күрә. Аҙаҡтан “Аҡҡошом минең”, “Бабайға кәләш кәрәк”, “Еҙ беләҙек”, “Йән һөйгәнем һин генә” пьесалары Сибай һәм Салауат ҡалаһы театрҙарында сәхнәләштерелә. “Яңы йыл мажаралары”, “Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы”, “Синьор Светофор”, “Етем Төлкө” пьесалары “Сулпан” балалар театрында ҡуйыла. Уның пьесалары буйынса спектаклдәр Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла, Ишембай, Ҡариҙел, Бүздәк, Краснокама һ.б. райондарҙың халыҡ театрҙары тарафынан ҡуйыла. Арғаяш районының халыҡ театры ҡуйған “Аҡҡошом минең” спектакле Силәбе өлкәһе мәҙәниәт министрлығының Гран-Прийына лайыҡ була. Нәшриәттә “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”, “Парижда ла булдыҡ беҙ ..”, балалар өсөн “Етем төлкө“ исемле пьесалары тупланған китаптары сығарылған. Драматургия өлкәһендәге ижади уңыштары өсөн Хөкүмәт телеграммаһы, БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.