Насип Һаҡмаров
1965 йылдың 24 февралендә Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуған. Атаһы Мусип ҡурайҙа бик матур уйнауы менән, ә әсәһе Зәйнәб бик тырыш һәм егәрле булыуы менән ауылдаштары араһында хөрмәткә лайыҡ булалар. 1972- 1977 йылдарҙа Йәнтеш урта мәктәбендә уҡый. 1977- 1982 йылдарҙа Өфөләге 1-се һанлы интернат – мәктәпте тамамлай. Өфөлә уҡыған мәлдә “Ижад шишмәһе” тигән ижади түңәрәктә шөғөлләнә. Шиғырҙары “Пионер” журналында, “Башҡортостан пионеры” һәм “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә донъя күрә.1982- 1987 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтының урман хужалығы һәм төҙөлөш факультетында уҡый. 1989- 2000 йылдарҙа “Башмедьстрой” тресында мастер, прораб булып, 2001 – 2007 йылдарҙа “Салаватнефтеоргсинтез” асыҡ йәмғиәтендә төҙөлөш участка начальнигы, 2010 – 2013 йылдарҙа “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ прораб булып эшләй.
Әҙәбиәткә хисле һәм мәғәнәле шиғырҙары менән килеп инә. Уның шиғриәтендә милләт, социаль проблемалар, мөхәббәт темалары яҡтыртыла. Шулай уҡ тыуған яҡ, тыуған ер темаһы Насип Һаҡмар ижадында ҙур урын биләй. 2019 йылда Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Биҙәктәр” исемле электрон шиғри йыйынтыҡта уның шиғырҙары сыға.
Бөгөнгө көндә “Регион С” ООО йәмғиәтендә прораб булып эшләй. Өйләнгән. 2 ул үҫтерә.