Мансур Рәхимғолов
Мансур Зиннәт улы Рәхимғолов 1953 йылдың 5 майында Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, Ишбирҙе, Йылым мәктәптәрендә уҡытыусы, директор, ауыл советы рәйесе, хәрби эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялда.
Шиғриәткә һуңлап килһә лә, ижадҡа ынтылышы бик йәштән. Яҙмалары интернет селтәрендә “Сибай ҡашҡа” псевдонимы аҫтында донъя күрә. Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубы, Баймаҡ ҡалаһындағы “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һәм Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе Ғайсин Ғүмәр сәсән ойошторған “Һандал” сәсәндәр ойошмаһы ағзаһы булып тора. Ғафури районынында үткәрелгән телсе һәм әҙәбиәтсе Йәлил Кейекбаевҡа, Белорет районында шағир Дамир Шәрәфетдиновҡа һәм Баймаҡ районында шағир һәм сатирик Буранбай Исҡужинға арнап үткәрелгән шиғри конкурстар лауреаты.