6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Таңһылыу ЙӘНТҮРИНА 

22.08.2023

Йәнтүрина Таңһылыу Зиннәт ҡыҙы 1951 йылдың 20 ноябрендә Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған. 1967 йылда Сибай педагогия училищеһенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Дүрт йыл буйы уңышлы уҡып, 1971 йылда башланғыс синыф уҡытыусыһы дипломын ҡулына ала һәм Ишбирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йүнәлтмә менән ҡайтып, һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән журналистика бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә.1975 – 1978 йылдар мәктәп директорының уҡыу – уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ике бала әсәһе булып,1979 йылда уҡыуҙы тамамлап юғары белемле белгес дипломына эйә була. 1988 йылда баш ҡаланың беренсе республика интернат – мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә күсерелә. Унда эшләгән дәүерендә “Өлкән уҡытыусы” һәм ”Уҡытыусы – методист” исемдәренә лайыҡ була, министерствоның һәм мәктәп администрацияһының маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Үҙенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында Рәми музейын эшләүҙе ойоштора. 2004 – 2012 йылдарҙа Баймаҡ районының Ишбирҙе урта мәктәбендә директорҙың уҡыу – уҡытыу буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2012 – 2015 йылдарҙа Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге художество колледжында тәрбиәсе булып эшләй. Бөтәһе 43 йыл хеҙмәт стажы бар, уның 33 йылы педагогик стаж. 2015 йылдан алып хаҡлы ялда. Хаҡлы ялда саҡта яҙыусылыҡ менән шөғөллләнә башлай. Баймаҡ районының тәүге предпринимателе, башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереүсе, уның бәҫен күтәреүсе бер туған ағайына бағышлап яҙған”Бәйге ғүмер” исемле биографик повесы үҙнәшер менән көн күрҙе. Ижады республика баҫмаларында даими баҫылып тора.