6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Фәнис Сирбаев

10.11.2023

Фәнис Рәис улы Сирбаев 1971 йылдың 30 ғинуарында Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. Баймаҡ районы Шүлкә ауылының һигеҙ йыллыҡ, беренсе Этҡол урта мәктәптәрен тамамлай. Баймаҡ ҡалаһының 105 – се СПТУ- һында белем алғандан һуң, 1989- 1991 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәттә була. Хәрби хеҙмәттән һуң Шүлкәлә урман хужалығында, Сибай йылылыҡ селтәрҙәрендә эшләй. Фәнис Сирбаев Сибай сәнғәт колледжының вокал булегендә, БДУ-ның Сибай институтында филология факультетында белем алған.

Шиғырҙары Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 1997 йылда – “Шаңдау” (“Юлға сығам”) һәм 2001 йылда “Нур усағы” (“Март бураны”) исемле дөйөм йыйынтыҡтарҙа һәм 2021 йылда “Дауыл” исемле айырым йыйынтыҡта донъя күрҙе. Шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһында сыҡҡан “Йәйғор” альманахының 3 йыйынтығына, 2008 йылда Сибай Яҙыусылар ойошмаһы сығарған альманахҡа, 2015 йылда Өфө ҡалаһында донъя күргән 30 авторҙан торған “Кеше” исемле йыйынтыҡҡа ла шиғырҙары ингән. Бынан тыш 2015 йылда “Ағиҙел” журналында ың 9-сы һанында – “Үрһәләнеү”, 2016 йылдың 1 апрель һанында “Атайсал” гәзитендә “Ут менән бөгөн һөйләштем” исемле бик фәлсәфәүи, уйландырырлыҡ, Фәнистең үҙенә хас стилдә яҙылған поэмалары донъя күрҙе. 2021 йылда уның “Дауыл” тип аталған китабы сыҡты. Тормош дөрөҫлөгө, милләтенә, теленә ҡарата оло һөйөү менән һуғарылған, халыҡ яҙмышы өсөн янып яҙылған тос фекерле, шулай уҡ һағышлы мөхәббәткә арналған шиғырҙары, “Үрһәләнеү”, “Туҡ-туҡ” тип аталған поэмалары тупланған был йыйынтыҡта.

Фәнис Сирбаев Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында үткән бөтә әҙәби һәм мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Сибай ҡалаһының 55 йыллығына арналған “Сибайға дан йырлап” ижади конкурсында “Шағир-сәсәндәр” номинацияһында, Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығына арналған ижади конкурста, Баймаҡ тураһында акрошиғыр ижад итеп, беренсе урындар яулауы шул хаҡта һөйләй. Шулай уҡ Әҙәбиәт йылына арналған “Әҙәби нағыш” исемле республика фестиваль-марафонында еңеүсе тип табылып, Яҙыусылар берлегенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Р. Өмөтбаев иемендәге премия лауреаты, 2016 – сы йылдан БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы.

Ул шулай уҡ шашка, йыр йәһәтенән дә үҙен даими камиллаштырып тора. Ул үҙенең шиғырҙарына күренекле һәүәҫкәр композиторҙар В.Мәүлитов, Т.Илһамов, һ.б. ижад иткән йырҙарҙы башҡарып, республика кимәлендә танылыу яуланы. 2011 йылда “Юлдаш йыры” республика асыҡ конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды.