Таңһылыу Ғәйнуллина
Таңһылыу Фәтих ҡыҙы 1948 йылдың 28 октябрендә Сибай ҡалаһында тыуған һәм әлеге көндә лә шунда йәшәй. Сибай педагогия училищеһын, Магнитогорск педагогия институтын тамамлай. Ике тиҫтә йыл дауамында Сибай интернат-мәктәбендә тәрбиәсе-уҡытыусы, кластан тыш һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, мәктәптең комсомол, партия ойошмаһы секретары вазифаларын башҡара.
РФ мәғариф алдынғыһы, күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таңһылыу Фәтих ҡыҙы Ғәйнуллина тынғыһыҙ замандаштарыбыҙҙың береһе. Ижад менән шөғөлләнә, ҡалала үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай. Илебеҙ киләсәге һәм телебеҙ яҙмышы өсөн борсола. Бөгөн яҡташыбыҙҙың 100-ҙән ашыу публицистик мәҡәләләре һәм очерктары “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Бельские просторы” журналдарында, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Атайсал” һәм “Сибайский рабочий” гәзиттәрендә баҫылған. Шулай уҡ “Сибай һөйләй”, “Яҙмыштарҙа йәйғор төҫтәре”, “Шаһитлы сер” китаптары авторы. Уның “Шаһитлы сер” китабын уҡыусылар яратып уҡый. Был китапта хәл – ваҡиғалар реаль тормоштан алып яҙылыуы китапты уҡымлы итә. Авторҙың мөхәббәт тарихы, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, тормошта үҙең булып ҡала белеү, ғәҙеллек һәм ихтирам сифаттарына тоғро ҡалыу тураһындағы әҫәрҙәрен китап уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уҡый.
1990–2005 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының Сибай ҡала радио редакцияһы мөхәррире һәм дикторы, 2006–2008 йылдарҙа Сибай институтының нәшриәт үҙәге баш мөхәррире була. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы. Милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнгән. «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы», «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған миҙал менән бүләкләнеүе уның лайыҡлы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй.