Рәсүл Байгилдин
Рәсүл Ғилметдин улы Байгилдин 1962 йылдың 17 ғинуарында Йылайыр районының Матрай ауылында тыуған. Бишенсе синыфҡа тиклем тыуған ауылында уҡый, урта белемде Баймаҡ интернат-мәктәбендә ала. Артабан Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһындағы геология-разведка техникумын, БДУ- ның Сибай институтын, Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1984 йылда Чукоткала алтын эҙләү буйынса махсуслашҡан геологоразведка партияһында техник – геолог булып башлай. Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙағы төҙөлөштә ташсы, Баймаҡ районы гәзитендә хәбәрсе, Сибай ҡалаһында сыҡҡан “Атайсал” гәзитендә баш мөхәррир булып хеҙмәт итә. 2005 -2019 йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт – аналитика бүлеге начальнигы вазифаһын биләй. 2020 – 2024 йылдарҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Бөгөнгө көндә эшләгән урыны – “ Киске Өфө” гәзите.
Әҙәбиәт һөйөүселәргә автор “Аҙашҡандар юлды табырмы?..” (2015), “Һай, түрәкәйгенәһе” (2021), “Дәүерҙәр һәм яҙмыштар” (2024) китаптары, “Ағиҙел” журналында, башҡа баҫмаларҙа даими донъя күргән әҫәрҙәре аша таныш. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы булып тора.