ОНОҒОҘ БӨТТӨМӨ ӘЛЛӘ? (хикәйә)
Йәмиләне кейәүгә бик иртә бирҙеләр. Бирҙеләр, тип ни, әле урам ҡыҙырып уйнап та туймаған ҡыҙ баланы, бесәй балаһы кеүек, матур сепрәккә урап тоттороп ебәрмәнеләр, әлбиттә. Буласаҡ ирен… Әстәғәфирулла! Ир тигән һүҙҙән ҡото осто Йәмиләнең, ул нисек була инде – бынан был яғына ире менән ғүмер буйы бер-береһенә эйәртенешеп тик йөрөйәсәктәрме ни: иртән торғандан, йоҡлап киткәнсе – клубҡа киноға барһалар ҙа, ҡунаҡ-маҙарҙа ла, хатта… мунсала ла?! Был уйҙарынан ул хатта ултыра төшә яҙҙы. Юҡ, улай булмай инде у, әле Йәмиләнең яңғыҙы ғына тормошҡа ашыра торған хыялдары барсы. Шулай ҡыланһа ла, Йәмилә буласаҡ ире Ишбулдыға күптән ғашиҡ ине. Ниңәлер остоҡ ҡыҙ балаға егеттең эйәгендәге соҡор оҡшап ҡалды, ауылда берәүҙә лә юҡ ундай ғәләмәт – Ишбулдыла бар!
Һәүетемсә туй үткәреп, иренең өйөндә, ҡәйнәһе ҡулында матур итеп йәшәп алдылар ҙа киттеләр. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнгәме, Йәмилә таныш булмаған йортта ғүмере буйы йәшәгән өлкән ҡыҙҙай тойҙо үҙен. Тәү ҡарамаҡҡа, бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ ине, тик бына иренең бер туған ҡустыһы, Йәмиләнән бер-ике йәшкә бәләкәй шаян ҡәйнеше, Ишбулды өйҙә юҡта, уны ныҡ ыҙалата. Ҡәйнәһе өйҙә саҡта улай ҡыланмай торғайны, уныһы өлкән ҡыҙына ҡунаҡҡа тип китте лә, батты. Башта, янсыҡ бир, тип башын ҡатырҙы, хәҙер өйрәнеп батырайып алғас, тын алырға ла бирмәй, үҙ-ара шаярышып айпалашып китһәләр, тәнен күгәрткәнсе семтей ҙә ҡуя. Сыҙар әмәле ҡалмағас, еңгәй кеше ҡәйнешенең ҡаты шаяртыуҙары тураһында иренә ошаҡланы.
Өйләнгәндән бирле етдиләнеп киткән Ишбулды ҡатынына күҙ һирпеп кенә ҡараны ла, бер нәмә лә өндәшмәне. Йәмилә хатта ҡурҡыңҡырап китте, ире ныҡ уйға батһа, шулай ирендәрен ҡымтып, шымтояҡҡа әйләнә, аҙналар буйы һөйләшмәй йөрөүе ихтимал.
Бер көн ире он тарттырырға, тип, күрше ауылдағы тирмәнгә йыйынды. Алдан тултырып ҡуйылған тоҡтарҙы арбаға тейәгәс, ҡапҡанан сығышлай, ағаһы ҡустыһына ирҙәрсә ҡалын тауыш менән:
– Сират күп була торған, кисһеҙ ҡайтып булмаҫ, мин юҡта ҡул ҡаушырып, урам буйлап һәптәндәмә, эш менән бул, – тине.
Ағаһы сығып киткәс тә, ҡәйнешенең ауыҙы йырылды, майлы сүлмәк эргәһендәге бесәй һымаҡ, күҙҙәре зәһәр ялтыраны. Йәмилә сарылдап өйгә инә һалды, ҡәйнеше артынан ҡалманы. Китте шау-шыу, айпалашыу. Шаярыуҙың иң ҡыҙған мәлендә өйгә Ишбулды килеп инде.
– Ах, һин, маңҡа, мин юҡта еңгәңде ыҙалатаңмы ни? Бөгөн тирмән эшләмәй, тиҙәр. Ана, һиңә бер тоҡ бойҙай, ҡул тирмәне менән шуны тартып бөт! – тине ҡаты итеп.
Был көтөлмәгән хәлдән ҡаушап ҡалған малай башын түбән эйеп, өйҙән сығып китте. Икәүһе генә ҡалғас, ире Йәмиләгә күҙ ҡыҫты, йәнәһе, шәп уйлап таптыммы?!
Ҡәйнеше ағаһының һүҙен йыҡманы, иртәнсәк келәттә ҡул менән тартылған бер тоҡ он ултыра ине. Шул көндән башлап, ул еңгәһенә яҡынлау ғына түгел, уның яғына боролоп ҡарамай ҙа башланы. Һиҙә Йәмилә, ҡәйнеше ныҡ үсекте уға. Ҡул тирмәнен өйрөлтөп һөйәлләнгән ике ҡулын бинт менән урап йөрөүен күреп, йәлләп тә ҡуйҙы, тик һыр бирмәне.
Шулай көндәр үтә торҙо. Бер көн Йәмилә урамда ни менәндер булышҡан ҡәйнешенә асмалы тәҙрә аша ҡысҡырҙы:
– Ҡәйнеш, ин әле, һөйләшә торған һүҙ бар!
– Нимә, оноғоҙ бөттөмө әллә? – булды ағаһы кеүек, шымып йөрөгән малайҙың яуабы.
Ҡәйнешенең мәҙәк яуабына һыны ҡатып көлгән Йәмилә үҙен шул саҡ шаталаҡ ҡыҙ бала итеп түгел, тормошто бөтөнләй икенсе төрлө аңлай башлаған ҡатын итеп тойҙо.
Радик Өмөтҡужин, “Әҙәби тирмә” клубы ағзаһы