6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Ете юл сатында (хикәйә)

02.06.2026

Рузидә Үтәшева-Кәримова

– Бирешеүен-бирешмәҫтәр ҙә ул, ҡыҙың менән кейәүең үпкәләмәҫме? Улар менән бер ҙә кәңәшләшмәнек бит…

– Морат Маратович, где Вы собираетесь провести отпуск на этот раз? Опять на юг? Всей семьей, да? Передайте огромный привет Нине Ивановне! Про предприятие не думайте, все будет нормально. Сами знаете, какие тут кадры. Вообщем, счастливого отпуска!
Был мөләйем секретарь ҡатындың һорау артынан һорау яуҙырыуына Морат ғәҙәтләнеп тә киткән инде, беренсе генә йыл бергә эшләмәйҙәр. Изге күңелле Инга Анатольевна сөсөләнеү, ярамһаҡланыу тигән нәмәне бөтөнләй белмәй. Һәр кемеһенә, ябай эшсенән алып, Морат һымаҡ юғары пост биләп торған түрәләр менән дә шулай үҙ итеп, яҡын күреп һөйләшә. Үҙен хеҙмәткәр булараҡ та, кеше булараҡ та коллективта юғары баһалайҙар.
– Спасибо, Инга Анатольевна! Вам тоже желаю того же. Привет Ваш тоже передам, не беспокойтесь. Да, знаю, какие замечательные люди тут работают. Меня волнует будущее нашего предприятия. Производимые сырья, рентабельность, рост в конце до концов.
– Да, ладно, Морат Маратович, Вы же сами знаете, какими темпами растет валовой доход!
– Знаю. Но нельзя останавливаться на достигнутом. Нужно еще лучше работать.
– Ладно. Будет Вам. Давайте, отдыхайте!
– И Вам удачи во всем!
“Их бөтә кешеләр ҙә ошо изге күңелле Инга Анатольевна һымаҡ булһалар, йәшәүҙәре ҡайһылай күңелле булыр ине, – тип уйланы Морат эстән генә. – Хәйер, уның үҙенең ҡатыны, Ниночкаһы, насар кешеме ни?”
…Тал сыбығылай нескә билле, ҡыйылып киткән ҡара ҡашлы, төпһөҙ күк йөҙөндәй зәп-зәңгәр күҙле Нина менән Мораттың юлдары көтмәгәндә осрашты…
…Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар ине. Тыуған ерһеҙ генә түгел, бөтөнләй бер кемһеҙ ҡалған Морат, фронттан элек ата-әсәһе менән бергә йәшәгән, атаһының үҙ ҡулдары менән төҙөп ингән йортона ҡайтты. Йорт эсе элеккесә. Бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ. Һәр нәмә үҙ урынында. Тимәк, әсәләре шул тиклем ашыҡҡандар, бер генә әйберҙе лә йүнләп алмағандар. Һәр әйберҙең элеккесә үҙ урынында тороуы күңелгә бер яҡтан еңеллек бирһә, икенсе яҡтан, быларҙың барыһын да күреү, түҙеп торғоһоҙ һағыш менән солғай. Әйтерһең дә, әсәһе ҡайҙалыр, күршегә генә сыҡҡан да, бына-бына киң йылмайып килеп инер төҫлө…
“Их, әсәкәйем, өйҙә генә булһағыҙсы. Эвакуация тигәндәрендә, ҡуҙғалмаһағыҙсы. Кем генә белгән инде шулай булаһын. Исмаһам, берәйегеҙ иҫән ҡалһасы…”
Элекке күршеләренең күбеһе йә фронтта батырҙарса үлеп, йә Мораттың туғандары һымаҡ, фажиғәле һәләк булып ҡалһалар ҙа, Мораттарҙы яҡшы белгән, аралашып йәшәгәндәре лә бар ине. Улар егеткә оҙаҡ ҡайғырып, ҡайғыһын йотоп ултырырға ирек бирмәнеләр. Кәңәш-төңәш ҡорҙолар ҙа, йортто ҡарап торорға һүҙ биреп, Моратты Тау байыҡтырыу юғары уҡыу йортона уҡырға димләнеләр. Егеттең үҙенең дә белем эстәүгә теләге көслө ине.
Дәрте-дарманы ташып торған Морат юғары уҡыу йортона ҡаршылыҡһыҙ ғына инде лә китте.
Өсөнсө курсты тамамлау менән, уларҙың группаһын ғәҙәттәге практикаға ебәрҙеләр. Тауҙарҙы гиҙеп, тупраҡ ҡатламдарын өйрәнеү, ҡаҙылма байлыҡтар буйынса диплом алды эшен яҙыу бурысы ҡуйылғайны студенттар алдына.
Утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡандар бер Морат ҡына булмаһа ла, төркөм менән етәкселек итеү эшен деканаттан, нимәгәлер, күбеһенсә уға ышанып тапшыралар ине. Был ышаныс, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ та талап итә. Институт уҡытыусылары күҙәтеүе аҫтында булһалар ҙа, улары һирәк-мирәк килеп-китеп кенә йөрөгәнлектән, бик күп мөһим ҡарарҙарҙы Мораттың үҙенә хәл итергә тура килә. Әле лә шулай…
Төркөмдә егерменән ашыу кеше булһа, шуның һигеҙе – ҡыҙҙар. Барыһы ла палаткаларҙа йәшәй.

Дауамын китаптан уҡығыҙ. Китапты Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханан өйгә яҙҙырып алып уҡырға була! Адресыбыҙ: Сибай ҡалаһы, Чайковский урамы 30.

Рәхим итегеҙ!