6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Насип Һаҡмаров “Һуң түгелдер…” (Ижад кисәһенең сценарийы)

15.08.2023

АБ: Хәйерле көн хөрмәтле дуҫтар!

АБ: Һаумыһығыҙ, шиғриәт һөйөүсе, моң яратыусы дуҫтарыбыҙ!

АБ: Һеҙҙе Насип Һаҡмаровтың “Һуң түгелдер…”  исемле ижад кисәһендә күребеүеҙгә бик шатбыҙ! Был сара шулай уҡ Насип Мосип улының Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Биҙәктәр” исемле шиғри йыйынтығының исем туйына һәм  55 йәшлек юбилейына арнала.

АБ: Ә хәҙер залыбыҙ түренә кисә сәбәпсеһенең үҙен саҡырайыҡ! Рәхим итегеҙ, Насип Мосип улы! 

(Еңел көй уйнала, сарала ҡатнашыусыларҙың ҡул сабыуҙары аҫтында кисә сәбәпсеһе әҙерләнгән урынға ултыра)

АБ: Хөрмәтле Насип Мосип улы! Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәк юлығыҙҙа тыуыр таңдарығыҙ тыныс, ғүмерегеҙ оҙон һәм нурлы, тормошоғоҙ йырлы булһын! Ижади уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ юлдаш булһын!

АБ: Хөрмәтле дуҫтар! Ижади кисәлә ҡала хәҡимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире, урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илшат Рәшит улы Солтангәрәев, “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында эшләп килгән “Алтын” фольклор ансамбле ағзалары һәм китапхана дуҫтары ҡатнаша.

АБ: Хәйбулла ере элек-электән үҙенең арҙаҡлы улдары, ҡыҙҙары менән дан тотҡан. Ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев, бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов, милли хәрәкәттә ҡатнашҡан Әбдрәшит Бикбауов, дин әһеле Ғатаулла ишандың изге төйәге тип беләбеҙ беҙ был яҡты.

АБ:  Йәнтеш ауылы ла телгә маһир, йор һүҙле, талантлы шәхестәре менән дан тота. Ошо кендек киҫкән ерҙән, ҡырлас тауҙарынан, саф һыулы Һаҡмар йылғаһынан рухи көс алған ир уҙаманы, талантлы шағир һәм һәүәҫкәр композитор Насип Мосип улы Һаҡмаров та хозур тәбиғәте менән әйҙәп торған Йәнтеш ауылынан.

   Азат Искужин “Йәнтешем-Йәнтешкәйем” йырын йырлай

АБ: Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең алдығыҙҙа, Азат Искужин  “Йәнтешем-Йәнтешкәйем” йырын башҡарҙы. (Йырҙың музыкаһы – Азат Искужиндыҡы, һүҙҙәре Насип Һаҡмаровтыҡы).

АБ: Хөрмәтле Насип Мосип улы! Ижадығыҙ ваҡыт үтеү менән үҫә, нығына. Тормош юлығыҙ ижадҡа байый. Саф шишмәләй сыңрар йырҙар, шиғырҙар ижад итәһегеҙ. Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Биҙәктәр” исемле электрон шиғри йыйынтығығыҙ донъя күрҙе. Ошо эшкә һеҙгә кем ҡанат ҡуйҙы? Шул турала һөйләп китһәгеҙсе…

(Насип Һаҡмаров үҙенең ижады тураһында һөйләй)

АБ: Ижад кисәһе менән тәбрикләү өсөн һүҙҙе ҡала хәҡимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальниғы, урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе  Илшат Рәшит улы Солтангәрәевкә бирәбеҙ, рәхим итегеҙ!

АБ: Шиғырҙарығыҙ ҙа, көйҙәрегеҙ ҙә уйландыра, тетрәндерә. Йырҙарығыҙ, йөрәк төпкөлөнән урғылып сығып, башҡаларҙы ла моң донъяһында бәүелтә һәм  был моң изгелеккә, яҡтылыҡҡа сорнай, күңелгә өмөт осҡондарын һала, дәрт – дарман өҫтәй.

АБ: Әйҙәгеҙ, хөрмәтле дуҫтар, тағы ла бер йыр тыңлап алайыҡ. Яратҡан йырсыбыҙ, республика конкурстары лауреаты Фәнис Сирбаев башҡарыуында йыр “Һыу буйҙары”. Зоя Йәрмөхәмәтова һүҙҙәре,  Насип Һаҡмаров көйө.

АБ: Насип Һаҡмаровтың шиғырҙарында милләт аңы, уның үткәне, бөгөнгө кисерештәре ярылып ята, уларҙа бер үк ваҡытта һыҙланыу ҙа, оран да, яҡты өмөт тә бар. Н. Һаҡмаровтың замана фажиғәһе тураһында яҙған “Патриот” шиғырын, “Алтын” фольклор ансамбленең ағзаһы, Рәйлә Ҡадырова һөйләй.

АБ: Насип Мосипович әҙәбиәткә хисле һәм мәғәнәле шиғырҙары менән килеп инде. Уның шиғриәтендә милләт, социаль проблемалар, мөхәббәт темалары яҡтыртыла. Һәм шулай уҡ тыуған яҡ, тыуған ер темаһы  Насип Һаҡмар ижадында ҙур урын биләй.  Әйҙәгеҙ, уның “Сибайым” тигән йырын тыңлайыҡ.

“Алтын” фольклор ансамбле башҡарыуында ”Сибайым” йыры. Ансамблдең етәксеһе – Зилә Сәлимйән ҡыҙы Һаҡмарова. Йырҙың көйөн Азат Искужин яҙған.

АБ: Быйылғы йылда илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй.  Ҡәһәрле һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ илебеҙҙә. Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған ҡартатайығыҙҙың ҡәберен эҙләп табып, тыуған нигеҙенән тупраҡ алып барҙығыҙ… Шул турала һөйләп китһәгеҙсе…

АБ: Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөнгө сараға, Насип Һаҡмаровтың ижадташ дуҫтары ла ҡыуанып килде. Һүҙҙе төбәгебеҙ яҙыусыларына бирәбеҙ, рәхим итегеҙ! (Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина, Мотал Зәкирйән улы Рәмов, Фәнис Рәйес улы Сирбаев һ.б)

АБ:  Белеүегеҙсә быйыл Башҡортостанда IV Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Был өлкәлә лә Насип Мосип улы уңыштары менән ҡыуандыра беҙҙе.  Милли батырыбыҙҙың тыуған ерендә уҙғарылған “Салауат йыйыны – 2019” фольклор байрамында Насип Һаҡмаров “Салауат әйтеше” республика сәсәндәр бәйгеһендә 2 – се дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында эшләп килгән “Алтын” фольклор ансамбленең музыкаль биҙәүсеһе ул – Насип Һаҡмаров. Ансамблдең күп кенә башҡарған йырҙарҙарының авторы ла Н. Һаҡмаров.

АБ: Туйҙар ! Юбилейҙар ! Корпоративтар үткәрәһегеҙ! Диджей – гармунсыһығыҙ. Саф башҡортса, башҡорт йолалары менән! Бөгөнгө матур һәм һалҡын ҡышҡы көндә күңелдәребеҙҙе гармун моңдары менән дә йылытып ебәрһәгеҙ ине!

Н. Һаҡмаров гармунда уйнай

АБ: Әйҙәгеҙ, алыҫ үткәндәргә бер аҙ байҡау яһап алайыҡ. 1965 йылдың  24 феврале… тәбиғәт ҡышҡы сафлыҡҡа, сихрилыҡҡа төрөнгән мәлдәр. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында Һаҡмаровтар ғаиләһендә ир бала тыуа. Бөгөнгө кисәгә Н. Һаҡмаровтың әсәйе лә килде. Һүҙҙе Зәйнәп  Әхтәм ҡыҙына бирәбеҙ! Ни өсөн уға Насибулла тип исем ҡуштығыҙ? Уның бала сағындағы хәтирәләрегеҙ менән бүлешеп китһәгеҙ ине…

АБ: Н. Һаҡмаров талантлы шағир һәм композитор ғына түгел, һөйөклө атай, ғаиләм тип янып тороусы ҡәҙерле ир. Һәм шулай уҡ һүҙҙе, Н. Һаҡмаровтың һөйөклө ҡатыны, уны ижадҡа ҡанатландырып тороусы, аңлаусы Зилә Сәлимйән ҡыҙына ла һүҙ бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

АБ:  Хөрмәтле дуҫтар! Насип Һаҡмаровтың әсәһенә бағышлап яҙған йырын тыңлап үтәйек. Айгөл Йәнбәкова “Әсәйемдең сал сәстәре”. Азат Исҡужин көйө, Н. Һаҡмаров һүҙҙәре. Был йырҙы залда ултырыусы барлыҡ әсәйҙәргә бағышлайбыҙ.

АБ: Ул мәктәп йылдарынан уҡ әҙәбиәт менән мауыға, шиғырҙары ваҡытлы матбуғат биттәрендә йыш ҡына баҫылып тора. Бөгөн Насип Һаҡмаровтың ижад кисәһенә уның класташтары ла килгән. Һүҙҙҙе уларға бирәбеҙ, рәхим итегеҙ!

АБ: Насип Һаҡмаров күңел торошона тура килгән йырҙар ғына ижад итә. Ғөмүмән, йырҙар нисек килеп сыға, Насип Мосипович?

АБ: Тағы бер йыр тыңлап үтәйек, хөрмәтле дуҫтар. Ҡаршы алығыҙ! Гөлназ Кәримова “Хәлдәремде һорамағыҙ”. Насип Һаҡмаров көйө һәм һүҙҙәре.

АБ: Кисәбеҙҙең абруйлы ҡунағы, Насип Мосип улының, әҙәби күстәнәстәренән ауыҙ итмәйенсә мөмкин түгел. Рәхим итегеҙ Насип Мосипович, һүҙ һеҙгә.

АБ: Рәхмәт, Насип Мосипович! Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын.

АБ: Насип Һаҡмаровтың күңелгә ятып торған йырҙарын тыңлауҙы дауам итәбеҙ! Ҡаршы алығыҙ! Азат Исҡужин башҡарыуында йыр “Эҙләр инде”. Насип Һаҡмаров музыкаһы, Таңһылыу Вәлиева һүҙҙәре.

АБ: Ысынлап та матур көйҙәр яҙаһығыҙ. Юлай Моратов   исемендәге үҙешмәкәр композиторҙар конкурсында һеҙгә “Иң моңло көй яҙыусы” тигән призды юҡҡа бирмәгәндәр.

АБ: Мәргән һүҙле, үткер ҡәләмле Насип Һаҡмаровты ижади кисәһе менән ҡотларға Баймаҡ ҡалаһының Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” ижад берекмәһе рәйесе Айгөл Иҙелбаева ла килеп еткән. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенән дә ҡунағыбыҙ бар, Ҡыҙыл ҡасабаһынан Рәйлә Хисмәтуллина. Һүҙ һеҙгә, Рәйлә Ғәлимовна һәм Айгөл Рамаҙановна!

АБ: Хөрмәтле дуҫтар! Хоҙай тарафынан бирелгән үҙенсәлекле тауышы менән күптәрҙе әсир иткән яҡташыбыҙ Харрасов Рауил Ғүмәр улы бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.

АБ: Рауил Харрасов менән дә Насип Һаҡмаровтың ижади бәйләнештәре әүҙем дауам итә. Рауил Харрасов башҡарыуында йыр тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар. “Ярҙар”,  йырҙың һүҙҙәре һәм көйө Н. Һаҡмаровтыҡы.

АБ: Шулай уҡ бөгөнгө ижади осрашыуҙа Насип Һаҡмаровтың ауылдаштары ла иң изге теләктәрен еткерергә теләй, һүҙ һеҙгә Йәнтештәр…

АБ: Хөрмәтле залда ултырыусы дуҫтарыбыҙ! Кеше бит ашап-эсеүен ҡайғыртып ҡына йәшәй алмай, уның күңеле рухи аҙыҡ та талап итә. Кеше шуның менән башҡа йән эйәһенән айырыла ла инде. Бөгөн әҙерләгән, Н. Һаҡмаровтың ижад кисәһенең күңел ризыҡтары һеҙҙе туйындырыр, зиһенегеҙҙе яҡтыртыр, дәрт-дарман өҫтәр, тип ышанабыҙ. Һәм музыкаль бүләгебеҙҙе ҡабул итеп алығыҙ! Һеҙҙең өсөн Рәмзилә Арғынбаева бейей. “Һаҡмар һылыуы”.

АБ: Хөрмәтле китап һөйөүселәр! Сибай ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Минзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова һәм “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы етәксеһе Лена Сөнәғәт ҡыҙы Мөхәмәтова ла  Н. Һаҡмаровҡа йылы һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерергә теләй. Рәхим итегеҙ!

АБ: Борон-борондан сәсәндәрҙең һүҙе халыҡҡа үтемле булған. Оло майҙандарҙа улар үҙ һүҙен әйткән. Әлеге ваҡытта ла яҙыусы һүҙе ныҡ ҡиммәт. Хөрмәтле Насип Моипович! Бөгөнгө рух байрамына килгән дуҫтарыбыҙға һеҙҙең теләктәрегеҙ…

АБ: Бына күркәм кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙгә барығыҙға ла шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.  Беҙ ошондай  матурлыҡҡа, әҙәбиәткә, моңға ғашиҡ  кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ.

АБ: Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, һәм ошондай матур кисәләрҙең йышыраҡ булыуын теләп киләһе осрашҡанға тиклем хушлашабыҙ.

Ә хәҙер, барығыҙҙы ла фотоға төшөргә саҡырабыҙ.