“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу
– Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар! Хәйерле көн, милләтебеҙ данын күтәреүсе, ил тип, тел тип йән атыусы ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!
– Бөгөн беҙ, Республикабыҙҙың исемен йөрөткән, уның көҙгөһө булған, бер быуаттан артыҡ йәшәп килгән иң абруйлы милли баҫмабыҙ, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға йыйылдыҡ.
-Дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо сарала күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
– Осрашыуҙа ҡатнашыусы ҡунаҡтарыбыҙ менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ:
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, БР Журналистар союзы рәйесе,“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире – Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов,
- “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары – Алһыу Миңлейәр ҡыҙы Әһлиуллина,
- “Башҡортостан” гәзитенең мәғариф бүлеге мөдире – Гөлдәр Әхәт ҡыҙы Яҡшығолова,
- “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсеһе – Илдар Мөхәмәт улы Аҡьюлов,
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты,”Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усманова.
– Бөгөнгө сараға Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы китапханаларында эшләп килгән төрлө клубтар, китапханасылар һәм китапханабыҙҙың яҡын дуҫтары саҡырылды.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләү өсөн һүҙ…………………бирелә! Рәхим итегеҙ!
– Хөрмәтле баш ҡалабыҙҙан килгөн ҡунаҡтар һәм бөгөнгө сарала ҡатнашыусы барлыҡ дуҫтарыбыҙ! Музыкаль сәләмебеҙҙе ҡабул итеп алығыҙ! Һеҙҙең өсөн Сибай ҡала үҙәк китапханаһында эшләп килгән “Ынйылар” ижадсылар клубы сығыш яһай (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙҡнған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фаҡиһа Таштимерова, кураторы – әйҙәүсе библиограф Земфира Әғзәм ҡыҙы Әбүбәкирова).
– Хөрмәтле дуҫтар, сарабыҙ дауам итә, һүҙҙе хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға бирәбеҙ.
Вәдүт Ғәйфуллович, ниндәй маҡсаттар менән беҙҙең тарафтарға юл тоттоғоҙ? Ниндәй пландар менән йәшәй бөгөн “Башҡортостан” гәзите? Гәзиттең тиражы йылдан-йыл тотороҡло һаҡланамы? Рәхим итегеҙ!
– Рәхмәт, Вәдүт Ғәйфуллович! Һеҙҙең сығыштарҙы тыңлап, беҙҙең дуҫтарыбыҙ, баҫмабыҙҙың абруйын тағы ла нығыраҡ күтәрер, тиражын арттырыуға ҙур өлөш индерер тип, өмөт итәйек.
– “Башҡортостан” гәзите журналистары һәр ваҡыт эҙләнеү юлында, улар һәр ваҡыт заман менән бергә атлай. Ә хәҙер һүҙҙе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Миңлейәр ҡыҙы Әһлиуллинаға бирәбеҙ, рәхим итегеҙ!
– Ҙур рәхмәт, Алһыу Миңлейәровна! “Башҡортосан” гәзите уҡыусыларының даирәһе тағы ла күберәк киңәйһен тигән теләктә ҡалабыҙ!
– Йәмғиәтебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур өлөш индергән, социаль проблемаларҙы үткер яҡтыртҡан журналистарҙың береһе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсеһе Илдар Мөхәмәт улы Аҡьюловҡа һүҙ бирәбеҙ.
– Ҙур рәхмәт, Илдар Мөхәмәтович! Гәзит биттәрендә һеҙҙең ҡыҙыҡлы мәҡәләләрегеҙҙе һәр саҡ көтөп алабыҙ!
– Хөрмәтле дуҫтар! Ә хәҙер, 4-се китапхана – филиалында эшләп килгән «Таулы ынйылары» клубы (ҡул эштәре һәм ижад клубы) ағзалары башҡарыуында йыр. “Иртәнге нур”. Сара Садиҡова көйө, Зиннәт Вәли һүҙҙәре. Ҡаршы алығыҙ!
– “Башҡортостан” гәзитенең мәғариф бүлеге мөдире – Гөлдәр Әхәт ҡыҙы Яҡшығоловаға һүҙ бирәбеҙ. Ул Баймаҡ районы Татлыбай ауылы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар “Атайсал” гәзитендә эшләп китте.
– Рәхмәт Гөлдәр Әхәтовна! «Башҡортостан» гәзите һәр йорттоң ҡәҙерле ҡунағы ла, йәм – ҡото ла булһын!
– Хәбәрсе – ул сәйәсмән дә, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт белгесе лә, юрис та, тарихсы ла, йәғни һәр өлкәне тәрән белгән күп яҡлы ижадсы. Уның бар булмышы, маҡсаты – Тыуған ергә, республикаға, халыҡҡа хеҙмәт итеү. Сибайҙа төрлө йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсе булып Гәрәй Исхаков, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхислам Айсыуаҡов, Фәрит Әхмәров эшләне. Бөгөн был йөктө Кәримә Усманова тарта.
– Кәримә Ишбулды ҡыҙы Урал аръяғы райондары йәшәйешен, уның тырыш һәм эшсән халҡын данлай, алдынғы эшселәрен, баҫыу уңғандарын, өлгөлө ғаиләләрен, көнүҙәк проблемаларын яҡтырта, башҡа бик күп темаларҙы һүрәтләй. Һүҙҙе осло ҡәләмле, үткер фекерле Кәримә Ишбулды ҡыҙына бирәбеҙ, рәхим итегеҙ!
– Рәхмәт, Кәримә Ибулды ҡыҙы! Һеҙҙән яңы геройҙар, яңы асыштар тураһында мәҡәләләрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
– Хөрмәтле дуҫтар! “Миләш” халыҡ вокал ансамбле сығышы һеҙҙең барығыҙҙың да күңелдәрен күтәреп ебәрһен. Ансамблдең етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкова. Алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ, дуҫтар!
– Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренә әйтер һүҙҙәрегеҙ, һорауҙарығыҙ, теләктәрегеҙ барҙыр. Рәхим итегеҙ!
– «Башҡортостан»ды алдырыусылар – ул Башҡортостандың, ғәзиз еребеҙҙең ысын патриоттары! Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, тел һәм милләт киләсәге өсөн борсолған, ҡаланың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡоваға шундайҙарҙың береһе. Рәхим итегеҙ, һүҙ һеҙгә Рәсимә Фитратовна!
– Рәхмәт, Рәсимә Фитратовна! Дуҫтар, Рәсимә апай кеүек оло быуындан өлгө алайыҡ, милли баҫмаларға яҙылып, үҙебеҙҙең илһөйәрлегебеҙҙе башҡаларға күрһәтәйек!
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, ә хәҙер йомғаҡлау өсөн һүҙҙе Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Гөлнара Юлай ҡыҙы Идрисоваға бирәбеҙ, рәхим итегеҙ!
– Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ! Китаптар уҡығыҙ, китапханаларға йөрөгөҙ, матбуғат баҫмаларын алдырығыҙ һәм уҡығыҙ!
– «Башҡортостан»ға яҙылыу – ул туған телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә беҙҙең аныҡ өлөшөбөҙ! Кемдәр гәзиткә яҙылырға теләй, китапханала бөгөн яҙылырға мөмкинселек бар.
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, дуҫтар! Ҡунаҡтарыбыҙға йылы әңғәмәләре, фәһемле кәңәштәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Уларға илһам һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Артабан да ошондай матур, фәһемле осрашыуҙар булып торһон.
– Һаулығығыҙ ныҡ, рухығыҙ бай булыуын теләйбеҙ! Ил – йортобоҙ тыныс булһын! Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!
Хөрмәтле дуҫтар, күмәкләп, бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөргә тәҡдим итәбеҙ.
Сценарий авторы Р. З. Кунаева