Йәнтөйәгебеҙ тарихынан
Балалар өсөн сыҡҡан «Йәншишмә» гәзитендә, таусы- геолог, журналист Фәрит Әхмәровтың “Тарих яҙабыҙ” рубрикаһында мәҡәләһе сыҡҡан.
Башҡорт далаларында арыҫландар
«Арыҫлан» һүҙе менән беҙ бала саҡтан олатай-өләсәйҙәребеҙ һөйләгән боронғо әкиәттәр, риүәйәттәр, йырҙар аша таныш. Ә бит улар беҙҙә – Уралда – йәшәмәй. Осрамаған да, тиҙәр. Улай булғас, был һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Халыҡ бит үҙе күрмәгән, белмәгән нәмәгә исем ҡуша һалып бармай ҙа инде.
Күп йылдар элек күренекле ғалим, геолог Диҡҡәт ағай Буракаев «Башҡортостан геологы» гәзитендә ошо турала үҙ фекере менән уртаҡлашҡайны.
Хәҙерге ваҡытта арыҫландар Ер шарының ике урынында – Үҙәк Африкала һәм Һиндостандың төньяҡ-көнбайышында ғына осрай. «Йәшәү урыны өсөн үлемесле көрәштә таш быуат кешеләре ниндәй генә хайуандар менән осрашмаған! Боронғо оҫталар уларҙы үҙҙәре йәшәгән мәмерйә эсендәге һәм эргәһендәге таштарҙа һүрәтләп ҡалдырған.-Ун дай һүрәттәр бик күп илдә табылған. Һуңғы йылдарҙа Көньяҡ Уралда, Шүлгән мәмерйәһендә бик күп һанда боронғо һүрәттәр табылыуы барыбыҙға ла билдәле. Таш быуат кешеләре йәшәгән ошо мәмерйә стеналарында охра һәм күмер менән төшөрөлгән мамонт, мәмерйә айыуы, гигант болан, ҡырағай ат, юлбарыҫ һәм башҡа хайуандарҙың һындары бар. Шуныһы ғәжәп: бында, эҫе яҡта ғына йәшәй, тип иҫәпләнгән арыҫландарҙың да һүрәттәре осрай! 30 — 14 мең йыл элек йәшәгән боронғо рәссамдар уларҙы һунар ваҡытында үҙ күҙҙәре менән күреп, бәлки, алышып та йөрөмәһә, уларҙы нисек төшөрһөн?
Башҡорт далаларына улар ҡайҙан килеп сыҡты икән Һуң?
Таш быуат осоронда арыҫландар Европа менән Азияла ла киң генә таралған булған. Был хаҡта ҡаҙылма һөйәктәр һәм, әлеге лә баяғы, мәмерйәләге һүрәттәр раҫлай. Һуңыраҡ, йәшәү шарттары үҙгәреү сәбәпле, был биләмәләрҙең’төньяк райондарында улар юғалған. Әммә мең ярым — ике мең йыл элек улар хәҙерге Иран менән Афғанстан ерендә, Балҡан ярымутрауында һәм Кавказда осраған әле.
Көньяҡ тауҙарҙан төньяҡ далаларға килергә арыҫландарҙы нимә йәлеп иткән икән? Моғайын, ҡырағай аттарҙыр. Үткән мең йыллыҡтың тәүге быуаттарына тиклем, тип әйтерлек беҙҙең илебеҙҙең көньяҡ далаларында ҡырағай аттар иркен йәшәгән. Ҡылғанлы башҡорт далаларында утлап йөрөгән йылҡы малы тураһында «Заятүләк» эпосында әйтелә.
Ҡырағай аттар — күсеп йөрөүсе арыҫландарҙың яраткан аҙығы.
Был йыртҡыстар уларҙы ҡыуып, Копетдагтан һәм Кавказдан, күрәһең, алыҫ төньяҡҡа, Каспий алды һәм Арал алды далаларына ла үтеп ингәндәрҙер. Башҡорт эпостарында шуларҙың Урал алды далаларына «аҙашып» килеп ингән бик һирәктәре иҫкә алыналыр, моғайын.
Башҡорттар Көньяҡ Уралға һәм уға ингән далаларға күсеп килгән осорҙа уларға арыҫландар осрағанмы икән? Был һорауға яуапты халҡыбыҙҙың үлемһеҙ эпостарында табырға була.
Мәҫәлән, «Күҫәкбей» эпосында Мәсем – хан йәйләүендә арыҫлан булыуы тураһында яҙыла. «Ҡуҙыйкүрпәс» эпосында «хөрмәтле башҡорт Ҡарабайҙың» һәм уны оҙатып барыусы һунарсыларҙың был йыртҡыс менән осрашыуы һүрәтләнә.
Шулай итеп, халыҡ ижады өлгөләрендә арыҫландар менән орашыуҙар һирәк-һаяк булһа ла булғанлығы һәм бының ғәҙәттән тыш хәл итеп ҡабул ителеүе сағылыш таба», тип яҙа Диҡҡәт ағай.
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Сибай ҡалаһы.