Изгелек – мәңгелек
Изгелектең иртәһе – кисе юҡ. Яҡындарын, тыуған төйәген ихлас яратҡан, тарихын өйрәнгән һәм уның сәскә атыуы хаҡында хәстәрлек күргән кешеләр беҙҙең арабыҙҙа бихисап.
Шуларҙың береһе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай институты (филиалы) иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының дәүләт хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Ф.М.Сөләймәнов. Күптән түгел, Фуат Мырҙағәле улы Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһына бик күп китаптар бүләк итеп сыҡты. Ул китаптар Төбәк тикшеренеүҙәр институты дәүләт авт. ғилми учреждениеһы коллективы тарафынан сығарылған. «Ҡулланыусыларығыҙ алһындар, уҡыһындар, кемдәргәлер фәнни эштәрендә кәрәк булыр», – ти Фуат Мырҙағәле улы.
Атайсалын үҫтереүгә ваҡытын, көсөн йәлләмәгән, битараф булмаған яҡташыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.