6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Йондоҙҙар балҡышы

27.05.2023

24 майҙа Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә, яугир, шағир һәм мөғалим ӘМИР МОРАТОВТЫҢ яҡты иҫтәлегенә арналған « » исемле хәтер кисәһе үтте. Сарала Әмир Фәттәх улының балалары, туғандары, Йылайыр районынан яҡташтары, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) студенттары һәм китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ ҡатнашты. Билдәле шәхесте йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып, хәтирәләргә сорналдылар, бай ижадына, шәхес булараҡ үҙенә ҙур баһа биреп, ихлас сығыш яһанылар.
Иленә һәм халҡына ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иткән Әмир Моратовтың ижади һәм рухи мираҫына һоҡландылар. Оло йөрәкле Әмир һәм Мәүлитбикә Моратовтарҙың маҡсатлы, тәрбиәле итеп үҫтергән балалары, ейән- ейәнсәрҙәре лә йондоҙ балҡышынан нурҙар алып үҙҙәре лә балҡып эшләп йөрөйҙәр, Моратов фамилияһын ғорурлыҡ менән йөрөтәләр.
Хәтер кисәһен алып барыусы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ Почетлы мәғариф хеҙмәткәре Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова- Кәримоваға, сараны ойоштороуҙа ярҙам итеүсе БР мәғариф алдынғыһы Сәғиҙә Байназароваға Сагида Байназарова, килгән ҡунаҡтарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Әмир Фәттәх улы тураһында китап яҙырға ниәтләнеүе тураһында әйтеп үтте. Уның тураһында иҫтәлектәре, хәтирәләре менән Әлнисә Рәхимйән ҡыҙына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ Альниса Каримова-Алдырханова
Фотоларҙы ошо һылтанма аша ҡарарға була 👉https://vk.com/album239647789_293524347