Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Изге һөнәрле ижадсы

08.06.2023

07 июндә, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, “Йәшлек” гәзитенең “Изге һөнәрле ижадсы” проекты сиктәрендә әҙәби осрашыу үтте. «Йәшлек» гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан ойошторолған сарала билдәле шағирә, “Йәшлек” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Гөлнур Ҡыуатова, БР- ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты, “Дим” әҙәби берекмәһе етәксеһе Миңзәлә Хәлилова, драматург, Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Сибай яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Әминә Яхина, ҡалабыҙҙың уҡытыусы – яҙыусылары һәм башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты. Проекттың авторы Гөлнур Нурвил ҡыҙы Ҡыуатова “Изге һөнәрле ижадсы” проектының маҡсаттары, әҙәбиәткә битараф булмаған, күңелендә ижад осҡоно йөрөткән уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең ижадын популярлаштырыу, киң ҡатлам уҡыусыларына еткереү, осрашыуҙар ойоштороу тураһында һөйләп үтте. Сара барышында ҡалабыҙҙың шиғри күңелле уҡытыусылары Рузидә Үтәшева, Рәмилә Торомтаева, Мәрйәм Хәсәнова, Рәмилә Ибраһимова, Таңһылыу Йәнтурина, Мансур Рәхимғолов, Әлфиә Вилданова үҙҙәренең ижадтары менән таныштырҙы, шиғырҙарын, хикәйәләрен, нәҫерҙәрен уҡынылар. Әҙәби кисәне йәнле итеп Әминә Яхина алып барҙы һәм ҡунаҡтарға Сибай мәҙәниәт идаралығы начальниғы Э. Ғ. Киреева исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был ижади проект ҡәләм менән дуҫ булған, күңелендә ижадҡа һөйөү йөрөткән яҙыусы уҡытыусыларҙың күп яҡлы талант эйәһе икәнен дәлилләй, әҙәбиәткә һалған хеҙмәттәрен күрһәтә, изге һөнәр кешеләренең абруйын арттыра.
Фотоларҙы ошо һылтанма аша ҡарарға була https://vk.com/album239647789_293828037