Үҫмерҙәргә яңы китап
Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, отставкалағы подполковник Хәлил Һөйөндөковтың, Зәйнәб Биишева ис. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә, “Изгелек” тип аталған китабы сыҡты. Үҫмерҙәр өсөн яҙылған был китапта хикәйәләр һәм әкиәттәр тупланған.
Хәлил Һөйөндоковтың өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә әҫәрҙәре сығып тора. Теленең байлылығы, характерҙарҙы асыуҙағы психологик нескәлек, әҫәрҙәрҙә артыҡ һүҙҙәрҙең, буш һөйләмдәрҙең булмауы, иң тәрән кисерештәрҙе лә ғәҙәти һәм аңлайышлы итеп аса белеүе, әҫәрҙәрендәге тема яңылығы – былар барыһы ла уның оҫта яҙыусы икәнен раҫлай.
Уның Тыуған илгә һөйөү, Ер шарындағы ғәҙеллек, миһырбанлыҡ рухы менән һуғарылған повесть һәм хикәйәләре матбуғатта даими баҫыла. 2008 йылда үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан «Сыйырсыҡ ояһы» исемле китабын уҡыусылар йылы ҡабул итте. Үҙенең хикәйәләре менән төрлө йылдарҙа «Шоңҡар», «Аманат» журналдары һәм «Киске Өфө» гәзите редакцияларының йыл лауреаты итеп баһаланды Хәлил Һөйөнөков.
Хәлил Төхвәт улын яңы китабы сығыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!