Башҡорт халыҡ уйындары
Р.Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейендә, 3 класс уҡыусылары менән «Башҡорт халыҡ уйындары» уйын программаһы үткәрелде. Балаларҙа халыҡ уйындарына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, иғтибарлылыҡ, уйын уйнағанда берҙәм була белеү, таһыллыҡ. Етеҙлек сифаттарын үҫтереү маҡсатында күп кенә уйындар уйнатылды. « Йәшерәм яулыҡ », «Көршәк ватыу», «Боҙоҡ телефон», «Осто,осто…» һ.б. уйындарҙы балалар күңелле итеп уйнап алдылар. Тыуған илебеҙ Башҡортостан тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йомаҡтар систеләр.
Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итәлер. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн арттыра һәм физик яҡтан нығыта. Уйын барышында һәр кем етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алыуҙы, үҙе лә беренселеккә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тырыша, уңышҡа ирешһә, үҙенең еңеүе менән ләззәтләнә. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
Уйын бала өсөн – ул дәртле йәшәйеш һәм һәр яҡлап йылдам үҫеш сығанағы. Башҡорт халҡының ғөрөф – ғәҙәттәрендә һәм рухында тәрбиә алыу сараһы. Көс – ғәйрәтте, таҫыллыҡты үҫтергән хеҙмәт мәктәбе.