6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Рәсәй хөкүмәтендә Ғаилә йылы буйынса үткәреләсәк саралар ҡаралды

10.01.2024

Рәсәй Хөкүмәте Ғаилә йылын үткәреү буйынса төп саралар планын раҫлаған.

2024 йыл Президент Владимир Путин указы менән Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

Был эш сиктәрендә 2030 йылға тиклем киләсәккә демографик һәм ғаилә сәйәсәте йәһәтенән стратегик документ әҙерләү, күп балалылар өсөн берҙәм хоҡуҡи статусты һәм төп социаль гарантияларҙы федераль кимәлдә нығытыу, Президент ҡушыуы буйынса өсөнсө бала тыуғанда аҡсалата түләүҙең ғәмәлдә булыуын оҙайтыу, уны ипотеканы ҡаплауға йүнәлтеү планлаштырыла.

Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән Вице – премьер Татьяна Голикова һүҙҙәренсә, 2024 йылда төп бурыстар – йәш ғаиләләрҙә тәүге балаларҙың тыуыуы өсөн шарттар булдырыу, репродуктив һаулыҡты нығытыу, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләргә ярҙам итеү, күп балалы ғаиләләрҙә сәләмәт тормош алып барыуҙы популярлыштырыу тора.

Федераль план бер нисә блоктан тора. Улар араһында «Герой-Әсә» билдәһе, «Ата-әсәлек даны» миҙалы һәм ордены менән бүләкләнгән ата-әсәләрҙе тәбрикләү; «Был беҙҙең ғаиләнеке», «Йыл ғаиләһе» бөтә рәсәй конкурстары; Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналы саралар һәм башҡа төр  саралар үткәреү ҡаралған.

Белем көнөндәгә тәүге дәрес Ғаилә йылы темаһына арналасаҡ.

Шулай уҡ, мәҙәни, спорт, йәмәғәт сараларын үткәреү күҙаллана.

Пландың ике бүлеге ата-әсәләр, шул иҫәптән киләсәк быуындар менән эшләүгә йүнәлтелгән.

Ғаилә йылы, 19 ғинуарҙа ВДНХ-ла  “Рәсәй» күргәҙмәһендә «Туғандар-яҡындар» Бөтә Рәсәй ғаилә форумында старт аласаҡ.

Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин вице-премьерға планды тормошҡа ашырыуҙы шәхси контролдә тоторға ҡушҡан.