Тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!
11.01.2024
Хөрмәтле ҒӘЛИӘ ЙЫҺАНУР ҡыҙын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм тик изге, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар насип булһын! Һәр саҡ шулай тормошто яратыусан, бәхетле һәм һөйөклө ҡатын, әсәй һәм өләсәй булып ҡалығыҙ. Һеҙҙең күңел йылыһы эргәгеҙҙәге кешеләрҙе оҙаҡ йылдар дауамында ҡыуандырһын! Һәр тыуар көн яҡшы хәбәрҙәр, матур мәлдәр алып килһен, өйөң шат тауыштар менән тулы булһын.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға!
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға!
Китапханабыҙҙа ҡул оҫталары өсөн үтәкәргән мастер – кластар өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! “Йәмле биҙәктәр” клубы эше йәнләнеп китһен! Артабан да һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙгә бик шатбыҙ!