Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

“Минең шәжәрәм” дәресе

24.04.2024

#Ғаиләйылы
#Годсемьи
#БиблиотекиСибая
23 апрелдә Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Ғаилә йылына арналған “Минең шәжәрәм” дәресе үтте. Сарала Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр” түңәрәге ағзалары (етәксеһе Н. Ә. Байбулатова) ҡатнашты. Шулай уҡ унда Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, тел һәм милләт киләсәге өсөн борсолған, ҡаланың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, мәғариф ветераны Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова саҡырылғайны. Балалар ата-әсәләре ярҙамында төҙөгән шәжәрәләре менән таныштырып, нәҫелдәренең күренекле кешеләре, уларҙың шөғөлдәре тураһында һөйләне. Рәсимә Фитрат ҡыҙы үҙенең сығышында киләсәктә шәжәрә буйынса эщләгән хеҙмәттәрҙе тулыландырыуға йүнәлтмәләр бирҙе. Иң һәләтле һәм тырыш уҡыусылар Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының һәм Сибай башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Башҡа уҡыусыларҙың да киләсәктә үҙҙәренең нәҫел ептәрен барлап, шәжәрә ағасын төҙөргә теләктәре уянды.