Проектҡа йомғаҡ яһалды
Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы Президент гранттары фонды конкурсында еңеүсе «КитапханаТирмә» проектын уңышлы тамамланы. Был проект Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы нигеҙендә ойошторолдо. Башҡорт халҡының йолаларын, көнкүрешен һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән проектта 3-сө “Сибай” республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының 8 А класы уҡысылары тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендә, теоретик һәм практик оҫталыҡ дәрестәрендә белемдәрен арттырҙы.
17 майҙа 3-сө “Сибай” республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының 8 А класы уҡысыларының ата – әсәләре менән берлектә “Китапхана тирмә” проектының йомғаҡлау сараһы үтте.Сарала Башҡортостан тарихы һәм тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһе буйынса проект остазы, тарих фәндәре кандидаты Ф. М. Сөләймәнов, проекттың мәҙәнәит өлкәһе буйынса остазы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Д. М. Рафиҡова һәм проекттың кураторы, китапхана мөдире Р.З.Кунаева ярты йыл дауамында алып барылған эштең һөҙөмтәләре менән бүлеште, проектта ҡатнашыусылар менән эшләү буйынса куратор, баш китапханасы В.М. Ҡунаҡҡолова проект буйынса үткәрелгән эштәрҙең презентацияһын күрһәтте. 💫 Уҡыусылар ихлас, күңелдәрен биреп, ҡумыҙҙа үҙебеҙҙең ерлектә сыҡҡан “Маршрут” һәм “Суҡ муйыл” көйөн уйнанылар, ағас ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәттеләр, проект остаздарына милли рухта алып барылған дәрестәр өсөн рәхмәттәрен еткерҙеләр. Сибай ҡала Башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комите рәйесе Р. Х. Бикбова ошондай проекттарҙың киләсәктә күберәк булыуын теләне һәм йәш быуынға мәҙәни мираҫыбыҙҙы еткереүгә ҙур өлөш индереүе тураһында әйтеп үтте. 👍Тәрбиәсе Н.Н. Туйсина уҡыусыларҙың белемдәре һәм һөнәрҙәре артыуына ҡыуанып проектта ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Шулай уҡ ата – әсәләр ҙә балаларҙа тарихыбыҙға һөйөү, халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен, аш-һыуын пропагандалауҙа, ҡул эштәренә маһирлыҡҡа өйрәтеүҙә алып барылған файҙалы проектың ойоштороусыларына һәм остаздарына рәхмәттәрен белдерҙе.