АВТОР ТУРАҺЫНДА
Рәсүл Байгилдин ижад донъяһына күптәребеҙ һымаҡ юғары уҡыу йортоноң филология факультеты аша түгел, ә урау-урау юлдар аша килә. 1962 йылдың 17 ғинуарында Йылайыр районының Матрай ауылында тыуа. Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағандан һуң әрме хеҙмәтен үтә, шунан һуң Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһындағы геология-разведкалау техникумында уҡый. Уҡыған осорҙа Якутияла практика үтһә, һуңынан алған һөнәре буйынса эшләргә Чукоткаға юллана. Артабан Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙағы төҙөлөштә ташсы, Баймаҡ районы гәзитендә хәбәрсе, Сибайҙа сыҡҡан “Атайсал” гәзитендә баш мөхәррир, Сибай ҡалаһы хакимиәтендә бүлек мөдире булып хеҙмәт итә. Бөгөн эшләгән урыны – “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Ике китап авторы, Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Күп һанлы хикәйәләре, повестары менән танышҡандан һуң Рәсүлдең тик үҙенә генә хас сифатын билдәләр инем: ул да булһа, яҙыр материалының, фараздарға ҡоролмайынса, аныҡ, үҙ тәжрибәһе аша һыналған булыуы, уйҙырмаларға ҡоролмауы, икенсеһе – тел-стиль маһирлығы. Күрәһең, донъялар ҙур үҙгәреш кисергән үткән быуаттың 80-се йылдарының аҙағынан алып бөгөнгә тиклем ижадсының йәшәйешебеҙҙең башҡа тармаҡтарында хеҙмәт итеп, асылда, халыҡ араһында булыуы, донъя гиҙеүе, тормоштоң үҙәгендә ҡайнауы ошо рәүешле ижадында сағылыш табалыр. Тап был йылдарҙа беҙ, мәҫәлән, баш ҡалала, матбуғат, яҙыусылар, журналистар мөхитендә үҙебеҙсә “ҡайнаныҡ”. Яҙыусы әле яҙған, күп өлөштәре айырым повестар рәүешендә “Ағиҙел”дә донъя күргән “Ғаилә” романы менән танышҡандан һуң уның киләсәктә лә беҙҙе яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырасағына өмөт-ышанысыбыҙ ҙур. Нимә генә тиһәк тә, Рәсүл тормошто эстән яҡшы белә.
Шәхси планға килгәндә, Рәсүл дуҫлыҡҡа үтә лә тоғро зат. Баймаҡ интернат-мәктәбендә ул Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуып үҫкән мәшһүр егет, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мәүлит Мөхәмәҙиев менән бергә уҡыған, уның айырылмаҫ дуҫы булған. Яҙмыш мине лә Мәүлит менән дуҫлыҡ һуҡмағы буйлап бергә атлатты. Мәүлит үҙ-ара һөйләшкәндә ике һүҙҙең береһендә Рәсүлдең исемен телгә алыр булды. Үкенескә күрә, уның ғүмере бик иртә өҙөлөп ҡалды. Уның ҡарауы, Мәүлит менән дуҫлығыбыҙ эстафетаһын Рәсүл үҙ ҡулына алды һәм миңә дуҫлыҡ ҡулдарын һуҙҙы. Шундай тоғро дуҫым барлығына үтә лә шатмын. Рәсүл дуҫымды ғүмеренең 60 үренә артылыуы менән ҡотлап, оҙон ижади ғүмер, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйем!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.