Мостай Кәримгә – 105
Ошо көндәрҙә, күренекле шағир, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тула. Уның ижады башҡорт һәм бөтә донъя әҙәбиәтенең ысын хазинаһына әүерелде.
Мостай Кәрим, төрлө жанрҙағы бик күп әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә алған бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Уның шиғырҙары, повестары һәм пьесалары тәрән фекер, матур тел һәм ихласлылыҡ менән айырылып тора. Улар иң мөһим һәм мәңгелек темаларға ҡағыла: мөхәббәт, дуҫлыҡ, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем.Әҙиптең әҫәрҙәрен олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡый.
Мостай Кәримдең ижады бик күп сит телдәргә тәржемә ителгән һәм уның әҫәрҙәре төрлө илдәрҙең уҡыусылары араһында популярлыҡ менән файҙалана. Әҙип бик күп наградаларға һәм исемдәргә лайыҡ булды, шул иҫәптән, Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм халыҡтың сикһеҙ һөйөүен яуланы.
Беҙ әле лә бөйөк кеше, шағир,әҙиптең матур әҫәрҙәрен уҡып күңелгә дауа алабыҙ!
Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Мостай Кәримдең ижады буйынса «Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» исемле китап күргәҙмәһе эшләнде. #Мостайкарим #юбилей #шағир #драматург #йәмәғәт эшмәкәре