Хикәйәләр конкурсы
1 ноябрҙән алып 30 ноябргә тиклем Әбйәлил районының “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы һәм “Йондоҙ” гәзите Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейына арналған хикәйәләр конкурсы уҙғарҙы. Конкурста Әбйәлил, Баймаҡ, Сибай, Йылайыр, Белорет, Учалы районы яҙыусылары ҡатнашты. Конкурс талаптары буйынса һәр ҡатнашыусы үҙ әҫәрен псевдоним аҫтында яҙҙы. Бәйгегә йомғаҡты билдәле яҙыусылар, баһалама ағзалары Әминә Яхина Амина Яхина , Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева Зульфира Казакбаева, Әҡлимә Сафина, Айгөл Иҙелбаева Айгуль Идельбаева, Фәриха Вәлиуллиналар яһаны.
Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Әбйәлил районынан Радик Өмөтҡужин Радик Умуткужин “Ике башҡорт” хикәйәһе менән еңеүсе итеп билдәләнде. Икенсе урындарҙы Баймаҡ яҙыусылары алды. Баймаҡ ҡалаһынан Ләйлә Иҫәнбаева – Мырҙағәлина, Өмөтбай ауылынан Әнүзә Мәжитовалар яуланы. Өсөнсө урындарҙы Сибай ҡалаһынан Рүзидә Үтәшева Рузида Утяшева, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан Рәйсә Иҫәнбаева һәм Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Сулпан Әҡсәновалар Сулпан Аксанова бүлештеләр. “Өмөт” номинациялары һәм Грамоталар менән Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Илгиз Истамғәлин, Нәсимә Ғайсина, Нәсих Сәлмәнов, Межгорьенан Айгөл Муллағәләмова, Учалынан Таңһылыу Ғүмәрова, Гүзәл Сиражетдиновалар билдәләнде. Әбйәлилдән Лилиә Рәхмәтуллина, Гөлнара Ғибәҙуллиналар, Сәфинә Хәкимова Сафинә Хәкимова конкурс лауреаттары булып танылдылар.
Сарала ижадташ дуҫтар хикәйәләренә төплө анализдар, кәрәкле кәңәштәр, күп һорауҙарға яуаптар алды, үҙ фекерҙәре менән бүлеште. Ихласлыҡ һәм ғәҙеллек менән ойошторолған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Ошондай сараны ойоштороусыларға, айырыуса Фәнүзә Биктимироваға Фануза Биктимерова, баһалама ағзаларына, етәкселәргә, спонсорҙарға, матур сараны үткәреүселәргә ҙур рәхмәт! Әбйәлилдәр, АФАРИН!