Июнь айына һынамыштар
02.06.2025
Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр.
Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр.
Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.
Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.
