6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

III Халыҡ-ара “Китап Байрамы”

03.06.2025

Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы III Халыҡ-ара “Китап Байрамы” йәрминкәһендә ҡатнашты. Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире Рәйсә Ҡунаева ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Байрамда, башҡорттоң иң боронғо уйын ҡоралдарының береһе, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәр күп кенә булды. Рәйсә Зәкир ҡыҙы балаларға ла, йәштәргә лә, ололарға ла ҡумыҙ сәнғәте, ҡумыҙҙың төҙөлөшө һәм төрҙәре, ҡумыҙҙа уйнау стилдәре, ҡумыҙҙың һаулыҡҡа йоғонтоһо тураһында һөйләне, виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтың «Ҡумыҙ» китабы менән таныштырҙы. Ҡумыҙ уйнарға өйрәнеү серҙәре менән ихлас бүлеште. Кемдәрҙер сихри ҡумыҙ моңдарын туҡтап тыңлап торҙо, кемдәрҙер видеоға төшөрҙө, кемдәрҙер тырышып ҡумыҙ телдәрен сиртте. Оҫталыҡ дәресе боронғо башҡорт халыҡ уйыны ҡоралына ҡыҙыҡһыныу арттырҙы, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеүселәрҙең дәрттәрен уятты.
#КитапБайрам #СибайскаяБиблиотечнаяСистема #МастерКлассы #Культура #Уфа #Книги #Творчество #ПоддержкаСолдат #МирИПобеда