6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Атай бүләге

04.09.2025

Хөрмәтле китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә»  клубы ағзаһы, сәсәниә, республика кимәлендә үткәрелгән әҙәби конкурстар лауреаты Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы Юнысованың «Атай бүләге» исемле китабы тураһында иҫегеҙгә төшөрөп үтмәксебеҙ. Китапханабыҙ фондына был китапты ул күптән бүләк иткән ине.

Китаптағы әҫәрҙәрҙең ғаилә ҡиммәттәренә тоғролоҡ, атай-әсәй алдындағы бурыс, намыҫ һәм яуаплылыҡ тойғолары, тыуған йорт нигеҙен ҡоротмау, туғандар менән аралашып, дуҫ йәшәү темалары, хәҙерге заман ваҡиғаларына ауаздаш булып, йәш быуынды илгә һөйөү рухында тәрбиәләүгә өлгө булып тора.

Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы үҙенең китабында ата-әсәһе, туғандары, ғаилә тарихы, ауылы тарихы тураһында мауыҡтырғыс итеп бәйән итә .

Китаптағы әҫәрҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килер тип уйлайбыҙ.