6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Дауыллы төндә” хикәйәһе буйынса түңәрәк өҫтәл

01.10.2025
30 сентябрь Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Дауыллы төндә” хикәйәһе буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала “Әҙәби тирмә” клубы ағзалары, Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы китапханаларында эшләп килгән төрлө клубтар, ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары, Сибай күп профилле профессиональ колледжы һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты студенттары ҡатнашты.
Хикәйә буйынса Сибай ҡалаһының яҙыусылар берлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әминә Яхина, биология фәндәре докторы Сәфәрғәле Йәнтүрин, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Рүзидә Үтәшева, Айһылыу Моталлапова, Лилиә Байегетова, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты доценттары, филология фәндәре кандидаттары Наилә Ласынова һәм Луиза Сәфиуллина, матбуғат ветераны Фәрит Әхәмәров, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Һуғыш осоро балалары” клубының етәксеһе Фәниә Хәмитова, башҡорт теле уҡытыусыһы Даниса Солтанова, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты студенты Илсиә Баймөхәмәтовалар үҙ фекерҙәре менән бүлеште.
Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Дауыллы төндә” хикәйәһе бик мауыҡтырғыс итеп яҙылған. Әҫәрҙә, ҡасандыр, йәш сағында хәмер эсеп өйрәнеп, тора-бара алкоголизм сире менән сирләп, уның һуңғы стадияһына тиклем килеп еткән Көнсафтың тормошо һүрәтләнә. Илебеҙҙә киң таралған, алкоголизм ауырыуынан ҡотолған Көнсаф, шул сирҙән интеккән күптәр өсөн үрнәк булып тора.
Таңһылыу Фәтих ҡыҙы хикәйәнең геройҙары нисек тыуыуҙары, уларҙың яҙмыштары тураһында бәйән итте, һорауҙарға яуап бирҙе, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтен белдерҙе.
Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Гөлнара Юлай ҡыҙы Иҙрисова Таңһылыу Фәтих ҡыҙына һаулыҡ, ижади уңыштар теләне, авторҙан тағы яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалыуын әйтте.
Сараны йомғаҡлап, китапхана мөдире Рәйсә Кунаева Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Дауыллы төндә” хикәйәһе айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауы, иманға ҡайтыуға әйҙәүе тураһында әйтеп үтте һәм тағы ла киләһе китапхана сараларында ҡатнашырға, осрашыуҙарға йөрөргә саҡырҙы.
#старшеепоколениеРБ
#башкирскоедолголетие
#КлубӘҙәбитирмә
#КраеведческаяБиблиотека