6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

«Әсәйемә шиғыр бағышлайым», шиғриәт сәғәте

27.11.2025

Күптән түгел беҙ ноябрь айында  бер матур байрамды билдәләй башланыҡ. Ул – Әсәләр көнө! Был байрам йылылыҡ һәм изгелек килтерә, беҙҙе яҡшыраҡ, иғтибарлыраҡ булырға өндәй.

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Әсәйҙәр көнөнә арналған «Әсәйемә шиғыр бағышлайым» шиғриәт сәғәте үтте. Шиғриәт сәғәтенә китапханала эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзалары килде. Улар үҙҙәренең әсәйҙәргә арнап яҙған шиғырҙарын уҡынылар, Ә.Р.Алдырханова үҙенең шиғырына яҙылған йырҙы йырлап күрһәтте.

Ә инде, «Әкиәт» балалар баҡсаһынан килгән кескәйҙәрҙең сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.  Ә.Ғ.Вильданова етәкселегендәге  «Әйлән-бәйлән» түңәрәгенә йөрөгән балалар шиғыр һөйләп, йырҙар йырлап, бейеү бейеп өлкән инәйҙәренең күңелен астылар. Оло инәйҙәре уларға татлы күстәнәстәрен өләштеләр.