6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

14.04.2026

Дуҫтар!
17 апрель 11:00 сәғәттә Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында үтәсәк “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ! Үҙебеҙҙең белемебеҙҙе тикшереп алайыҡ.

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы йыл һайын ойошторолған күләмле сараларҙың береһе. Уның маҡсаты — башҡорт телен популярлаштырыу, башҡортса дөрөҫ яҙырға өйрәнеү, башҡорт телен үҙаллы үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

Офлайнда ҡатнашыу өсөн диктанттың сайтында майҙансыҡты һайларға һәм унда теркәлергә кәрәк. Диктант көнөндә килеп яҙаһың.

Быйылғы акцияның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға бағышлана. Был темалар аша беҙ тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе тағы ла тәрәнерәк аңлай алабыҙ!

Диктант тексын Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Гөлнара Юлай ҡыҙы Иҙрисова уҡый.

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам