Гимназия-интернатта осрашыу
09 апрелдә, Сибай ҡалаһының гимназия – интернатында, РФ мәғариф алдынғыһы, күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Ҡунаҡ ҡаршылағанда” хикәйәһе буйынса фекер алышыу сараһы уҙҙы. Сарала гимназия – интернаттың 10 класс уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт ғаиләһе йылына арналды.
Педагог-китапханасы Г. А.Нәүширбанова Таңһылыу Фәтих ҡыҙының биографияһы һәм ижады тураһында һөйләне. БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор Р. Б. Галина сараның төп ҡунағына милләттебеҙҙе үҫтереү буйынса эш алып барыуына рәхмәттәрен белдерҙе, ижади уңыштар теләп матур йырҙарын бүләк итте.Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире Р.З. Кунаева Таңһылыу Фәтих ҡыҙының китаптары менән таныштырҙы, хикәйәлә күтәрелгән төп мәсьәләләр буйынса фекерҙәре менән бүлеште. Таңһылыу Фәтих ҡыҙы хикәйәнең яҙылыу тарихына туҡталып китте һәм хикәйәнең төп идеяһы -үҙ милләтеңә кейәүгә сығып, үҙ телеңде һаҡлау һәм ата – бабаларыбыҙҙың йолаһын дауам итеү- тураһында һөйләне һәм йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе. Уҡыусылар авторға биргән һорауҙарына яуаптар алдылар.
Сарала ҡатнашыусылар ғаилә ҡороу, уның ҡиммәттәрен һаҡлау, ырыу-нәҫелде дауам итеү хаҡындағы әңғәмә уҡыусыларға киләсәктә тормош юлдарында файҙалы булыр, тигән теләктә таралыштылар.
#Модельнаякраеведческаябиблиотека
#Сибайҡоролтайы
#Всемирныйкурултайбашкир
#Башкирскоедолголетие
#старшеепоколениеРБ
#Әҙәбитирмәклубы
#Годбольшойидружнойсемьи
#Башҡортғаиләһейылы
#Годбашкирскойсемьи
#культураСибай

