Сабир Шәрипов исемендәге уймаҡ хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды
24 апрель көнө, Белорет районы Инйәр ҡасабаһы мәҙәниәт усағында, Сабир Шәрипов исемендәге уймаҡ хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара тантанаһында Сабир Нәғим улының тормош иптәше Зәйтүнә Яхья ҡыҙы Шәрипова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары эшмәкәре Артур Дәүләтбәков, “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Венер Исхаков, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова ҡатнашты.
Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубы ағзалары конкурста ҡатнашып призлы урындар һәм номинациялар алдылар.
Конкурс призерҙары: Әлнисә Алдырханова, Фәрит Әхмәров, Фиса Кинйәбулатова.
Конкурс номинанттары: Әминә Яхина, Мотал Рәмов, Мансур Рәхимғолов, Таңһылыу Йәнтурина.
Махсус приз: “Урал” гәзитенән Әминә Яхинаға.
Конкурс еңеүселәре: Рүзидә Үтәшева-Кәримова – 2 урын, Радик Өмөтҡужин – 2 урын, Нәсибулла Һаҡмаров – 3 урын.
Еңеүселәрҙе, унда ҡатнашҡан ҡәләм тирбәлтеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
С.Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһына, сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға, баһалама ағзаларына һәм Әлиә Марс ҡыҙына сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!
#С_Шәрипов_исемендәге_уймаҡ_хикәйәләр_конкурсы
#Әҙәбитирмәклубы
#КультураСибай
#Модельнаякраеведческаябиблиотека

