6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Халыҡ-ара бейеү көнө

29.04.2026

29 апрель Халыҡ-ара бейеү көнө. Был көндә бөтә донъя кешеләре берләшә, сөнки бейеү – ул һәр кемгә аңлайышлы универсаль тел.

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Халыҡ – ара бейеү көнөнә “Бейеүҙәрҙә рух ялҡыны” тип аталған китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмәлә бейеү тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була.

Бейеү тәржемә талап итмәй, уның сиктәре лә юҡ, ул төрлө йәштәге мәҙәниәт, һөнәр кешеләрен берләштерә. Был көндө үҙҙәренең хис-тойғоларын эмоциялары һәм хәрәкәттәре аша белдереү өсөн, сәнғәтте һөйөүселәр, бейеүселәр сәхнәгә, хатта урамдарға һәм парктарға сыға.

Бейеү – һаулыҡты нығытыу өсөн дә ҡеүәтле ҡорал. Ул физик форманы яҡшырта, һығылмалылыҡты көйләү һәм үҫтереү, шулай уҡ эндорфин сығарыуға булышлыҡ итә, кәйефте күтәрә, стресс кимәлен кәметә. Халыҡ-ара бейеү көнөндә кешеләр көндәлек хәстәрлектәре тураһында онота һәм музыка ритмдарында тулыһынса, эске гармония һәм тыныслыҡ таба.

Шулай уҡ, был көн халыҡтар араһында мәҙәни алышыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡтың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Төрлө халыҡтарҙың бейеү йолаларын, “Самбо”нан “Фламенко”ға тиклем, “Бачато”нан “Хип-хоп”ҡа тиклем, беҙҙең тормошбоҙҙо байыта һәм горизонтобыҙҙы киңәйтә. Халыҡ-ара бейеү көнө беҙгә, кешенең милләтенә һәм теленә ҡарамай, күңелен тойорға мөмкин  икәнлеге тураһында иҫкә төшөрә.

Был көндәрҙә беҙ күренекле бейеүселәрҙе һәм хореографтарҙы тәбрикләйбеҙ. Уларҙың әҫәрҙәре бөтә донъя буйынса миллионлаған кешене илһамландыра. Бейеү – ул күңел асыу ғына түгел, ә донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә һәләтле  ысын сәнғәт.

Халыҡ – ара бейеү көнө – ул шатлыҡ һәм хәрәкәт берҙәмлеге байрамы. Был көндө һәр кем үҙендә яңы таланттар асһын,  бейеү матурлығы, хозурлығы менән һоҡланһын, ошо ғәжәйеп сәнғәткә һөйөүе менән уртаҡлашһын!

#Халыҡарабейеүкөнө#МеждународныйДеньТанца #МәҙәниСибай #Сибайкитапханалары