6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

«Асыҡ микрофон»- яңы китап авторҙарына һүҙ

01.06.2026

29 май, «Китап-байрам»ының иң йәмле, иң ихлас өлөшө – булды. Сараның был өлөшө – һүҙгә, ижадҡа, тарихҡа һөйөү уятҡан китаптарға арналды. Был бүлектә байрамда ҡатнашыусылар, “Әҙәби тирмә” клубы ағзаларының, яңы баҫылып сыҡҡан китаптары менән танышты.
Үҙенең күңел йылыһын һалып, ҡалабыҙҙа иң күп китап сығарған, милли байрамдар, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, уны киләсәк быуынға еткереү өҫтөндә даими эшләгән, арҙаҡлы шәхестәрҙе данлап яҙған журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Әлнисә Алдырханова – Кәримова үҙенең һуңғы ваҡытта сығарған китаптары тураһында һөйләне.
Уның “Ҡаһарман халҡым минең ” китабына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 1-се һәм 2-се Моҡас ауылының Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр, Афған, Чечня, Украина тарафтарында көрәшкән батыр егеттәр, һуғыш һәм тыл ветерандары, уларҙың ғаиләләре тураһында мәғлүмәттәр, ауылдаштар, уларҙың шәжәрәләре, ике ауылдың тарихы, үткәне һәм бөгөнгөһө тупланған.
3-сө һанлы республика полилингваль күп профилле Сибай гимназия-интернатының 65 йыллыҡ юбилейына арнап “Заман менән бергә”, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән педагогик хеҙмәт ветераны Сәғиҙә Байназарованың тыуған ауылы Күсей, Иҫәнбәт, Төйәләҫ халҡы тураһында, төрлө һөнәр эйәләре хаҡында яҙған мәҡәләләрен тупланған “Донъям йәмле һеҙҙең менән” китаптары тураһында ла һөйләп үтте Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы.
Артабан һүҙ, милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм тос өлөш индергән журналист, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Таңһылыу Ғәйнуллинаға һүҙ бирелде. Ул үҙенең “Бадъян” китабы тураһында һөйләне. Был китапҡа Таңһылыу Фәтих ҡыҙының хикәйәләре һәм очерктары ингән, улар рус теленә тәржемә ителгән. Әҫәрҙәр еңел уҡыла һәм сюжеты ла мауыҡтырғыс. Был китап кешенең донъялағы урыны һәм роле тураһында уйланырға мәжбүр итә, дәртләндерә, илһамландыра. Китапты халыҡ яратып уҡып та өлгөрҙө.
Артабан, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире Рәйсә Кунаева күренекле журналист, геолог Фәрит Әхмәровтың “Практика йәки Чукоткала бер йәй” китабын, шиғырҙары һәм хикәйәләре менән уҡыусылар араһында киң танылыу яулаған Мотал Рәмовтың тыуған ауылының ҡыҙыҡлы ваҡиғалары, ғибрәтле хәлдәрҙе бәйән иткән “Ауылым мәҙәктәре”китабын һәм Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы сығарған, Украинала барған Рәсәй Федерацияһының махсус хәрби операцияһы тураһында “Сибай һүҙе – Еңеү өсөн” шиғырҙар йыйынтығын күрһәтеп үтте.
Китап сығарыу — ысын мәғәнәһендә ҙур хеҙмәт һәм оло байрам. Авторҙарҙы яңы китаптары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар, артабан да ҡәләмдәре осло булыуын һәм яңынан-яңы әҫәрҙәре менән уҡыусыларын ҡыуандырып тороуҙарын теләйбеҙ.
#Китапбайрам2026
#Модельнаякраеведческаябиблиотека
#КультураСибай #МБУКСибайскаяЦБС