Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

М. Ҡаһарманова “Зәңгәр төймә”

08.04.2024

Эйе, уның әҫәрҙәрен йотлоғоп, тетрәнеп  уҡыйҙар!   Миләүшә Ҡаһарманова бөгөнгө башҡорт прозаһының популяр авторҙарының береһе. Әҫәрҙәре ҡағыҙ вариантта ла, электрон юлдар менән дә уҡыусылары араһында танылыу тапҡан. “Зәңгәр төймә” тип аталған өр-яңы йыйынтығында ла сағыу ижад өлгөләре тупланған. Китапҡа өс повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйәләр индерелгән. Уларҙың һәр береһендә үҙенсәлекле геройҙарҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы сюжеттар менән үрелеп бирелә. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә (“Ут хәтере”), бөгөнгө көнө лә (“Вахта”), мөхәббәт эпопеяһы ла (“Мәскәү тигән баш ҡала”), фольклор мотивтары ла (“Зәңгәр төймә”) яйлы ғына урын тапҡан бында. Һәр береһе уҡыусы күңелендә дауыллы хис-тойғолар уятып, илатып-көлдөрөп, унан йәндә өмөт, яҡты киләсәккә ышаныс ҡалдыра ла кеүек. Быға авторҙарҙың бай, һутлы, бер аҙ мәрәкәсел теле лә булышлыҡ итә. Иң мөһиме – кешеләрҙең рухи булмышы бар.