6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай
Модельная краеведческая библиотека

Режим работы учреждения


01 сен. – 31 мая
пн-сб: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС.
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ
01 июн. – 31 авг.
пн-пт: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС
ПОСЛЕДНИЙ РАБОЧИЙ ДЕНЬ МЕСЯЦА-САНИТАРНЫЙ ДЕНЬ

Йомабай Иҫәнбаев

09.01.2025

Китап уҡыусыларыбыҙға мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында баҫманы уҡырға тәҡдим итәбеҙ.

Китап-альбом XX быуаттың 20-се йылдарында беренсе булып башҡорт ҡурайының данын Париж һәм Германия ҡалалары сәхнәһенә сығарған башҡорт халҡының мәшһүр ҡурайсыһы, түңгәүер ҡурайсылары мәктәбенең арҙаҡлы вәкиле Йомабай Иҫәнбаевтың (1890–1943) тормошо һәм ижадына бағышланған. Альбомда арҙаҡлы ҡурайсы тураһында архив документтары, фотоһүрәттәр, хәтирәләр һәм төрлө йылдарҙа матбуғатта баҫылған мәҡәләләр тупланған.

Баҫманың төҙөүселәре: БР-ҙың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, БР-ҙың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм тарихсы, журналист Азат Ярмуллин.